Все новости
Мәҙәниәт
20 Марта 2018, 14:26

ҺУШТАН ЯҘҘЫРА ЯҘҘЫЛАР

Һайлау көнөндә икеләтә байрам булып районыбыҙҙың “Йәшлек” мәҙәниәт йортонда “Дюймовочка” тип аталған бәйге үтте. Унда 6-8 йәшлек кенә ҡыҙҙар үҙ-ара көс һынашты.

Һайлау көнөндә икеләтә байрам булып районыбыҙҙың “Йәшлек” мәҙәниәт йортонда “Дюймовочка” тип аталған бәйге үтте. Унда 6-8 йәшлек кенә ҡыҙҙар үҙ-ара көс һынашты.

Таймаҫтан Әлиә Исҡужина менән Гөлфирә Әхмәтова, Ермолаевонан Мария Коваль, София Лященко, Мария Медведева, Айсыуаҡтан Анастасия Кодрич, Павловканан Анна Николаевалар зал тулы тамашасыны һуштан яҙҙыра яҙҙы. Бейеүгә лә, йырлауға ла, телмәр тотоуға ла бик оҫталар.

Жюри ағзалары, оҙаҡ кәңәшләшкәндән һуң, бер тауыштан

Гран-Приға София Лященконы лайыҡ тип тапты. “Күңелде арбаусы” номинацияһында - Анна Николаева, “Иң мөләйем”дә - Әлиә Исҡужина, “Грация” номинацияһында - Мария Медведева, “Иң әртис”тә - Мария Коваль, “Иң тыйнаҡ”та - Гөлфирә Әхмәтова, “Иң элегант”та - Анастасия Кодрич. Барлыҡ Дюймовочкаларға иҫтәлеккә бүләктәр тапшырылды, матур һүҙҙәр әйтелде.

Бәйгелә иң бәләкәй конкурсант булған Гөлфирә Әхмәтова бер үҙе башҡортса сығыш яһаны. Ирәйеп китеп ҡарап ултырҙыҡ. Музыка аппараты эшкинмәй һүнгәндә лә ҡаушап ҡалманы Гөлфирә, сығышын дауам итте, тормошта ла шулай бер ҡасан да юғалмаһын. “Юшатыр” гәзите үҙенең махсус бүләген тап уға тапшырҙы.


Автор фотолары: «Юшатыр»ҙың махсус бүләген яулаусы Гөлфирә Әхмәтова.

Дюймовочкалар менән бергәләп иҫтәлеккә фотоға төштөләр.

Читайте нас: