Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан районыбыҙҙың ҡайһы бер ауыл клубтары мөдирҙәренән, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренән ниндәй мәҙәни эштәр менән мәшғүл булыуҙары, ниндәй саралар үткәреүҙәре хаҡында белештек. Шулай уҡ уларға, хәҙер мәҙәниәт усаҡтарына ла үҙҙәре өсөн аҡса эшләү, түләүле мәҙәни саралар үткәреү бурысы ҡуйыла, был йәһәттән уңыштарығыҙ бармы, тигән һорау ҙа бирҙек.
Яҡут мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе:
Яҡут мәҙәниәт йортонда хәҙерге көндә һигеҙ үҙешмәкәр коллектив әүҙем эшләп килә. Ауыл халҡының эше тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел, әммә шуға ҡарамаҫтан, талантҡа бай ауылдаштарыбыҙ яңынан-яңы сығыштары менән тамашасыларыбыҙҙы ҡыуандыра. Бар сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан «Юшатыр» фольклор ансамбле, «Моң» вокаль ансамбле, «Ынйылар» бейеү коллективтарының сығыштарын халыҡ яратып ҡарай. Һуңғы ике йылда «Ағинәйҙәр» ойошмаһы беҙҙең өсөн ҙур терәккә әйләнде. Улар бар сарала ҡатнашып ҡына ҡалмай, онотолоп барған йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеүҙә ҙур эш башҡара. Айырыуса ғаиләләре менән сәхнәгә ғашиҡ кешеләремә, ысын талант эйәләре, тиһәм дә, хата булмаҫ, Рәис һәм Миңзәлә Абдрахмановтарға, Рәфит һәм Эльмира Йомаҙиловтарға, Ләйсән һәм Рәмил Заһитовтарға зур рәхмәттәребеҙҙе еткергебеҙ килә. Шулай уҡ йырсыларыбыҙ Дамир Ҡәҙерғолов, Марат Базбеков, ҡурайсыларыбыҙ Фәнис Рахманғолов һәм Фәррәх Ғәббәсовтарға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Яҡут мәҙәниәт йортон етәкләүсе тормош иптәшем Рәүеф менән беҙ ҙә ошо рухташтарыбыҙ рәтендә булыуыбыҙға, улар менән бергә ең һыҙғанып ижади эшләүебеҙгә бик шатбыҙ. Уларҙың, мәҙәни усағыбыҙҙы һүндермәй, артабан да ижади ҡомарҙарын һаҡлап ҡалыуҙарын теләйбеҙ. Үҙ һөнәри эшендә һәйбәт уңышҡа өлгәшеү өсөн ижад кешеһенә арымай-талмай эшләргә, эҙләнергә кәрәк. Мәҙәни саралар юғары кимәлдә булһа, әлбиттә, зал тамашасылар менән тула, уларҙың рәхмәт һүҙҙәре беҙҙе тағы ла ижадҡа нығыраҡ ҡанатландыра.
Аҡса эшләү мәсьәләһе һәр ваҡыттағыса киҫкенерәк тора. Был, бәлки, заман талабылыр ҙа, ләкин халыҡты эштән һуң тормош мәшәҡәттәренән арындырып, уларға рухи аҙыҡ бүләк итәһе урынға ял сәғәттәрен, байрам кисәләрен һатыуға әйләндереү беҙҙең өсөн ят күренеш. Шулай ҙа Район мәҙәниәт йорто ҡуйған нормативтарҙы йыл да үтәп киләбеҙ. Түләүле концерттар менән районыбыҙҙа ғына түгел, күрше Ырымбур өлкәһенең башҡорт ауылдарында ла һәр саҡ беҙҙең концерттарҙы ихлас көтөп алалар. Быйыл да өр-яңы программа менән ауылдар буйлап йөрөргә ниәт итәбеҙ.
Форсаттан файҙаланып бар коллегаларымды Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас ҡотлайым, эштәрендә уңыштар теләйем!
Кинйә-Абыҙ ауыл клубы мөдире :
– Кинйә-Абыҙ ауылы халҡы, бигерәк тә оло быуын кешеләре, мәҙәни сараларҙы ҡарарға бик теләп йөрөй. Сөнки ауылдаштарым сәхнәлә һәүәҫкәр артистар булараҡ сығыш яһаған үҙҙәренең яҡындарын, балаларын ҡарарға тип килә. Шулай уҡ улар үҙҙәре лә беҙ ойошторған төрлө уйын ярыштарында ҡатнашып, бәләкәй генә бүләктәр алып ҡыуана.
Бөтә сараларҙа ла бик теләп әүҙем ҡатнашҡан башланғыс мәктәп уҡыусыларына һәм мәктәпкәсә йәштәге балаларға ҙур рәхмәтемде белдерәм. Шулай уҡ өлкәнерәк йәштәге ауылдаштарым Рәмзиә Ғиләжева, Гөлфиә Рахманғолова, Рәзилә Биктимерова, Харрас Биктимеров һәр саҡ ярҙам күрһәтә. Алина Рахманғолова, Азамат Күҙәшев, Альмир Рахманғолов, Рәсилә Биктимерова һәм Рәмил Рахманғолов һәр бер концерт-сараны үҙҙәренең моңло йырҙары, дәртле бейеүҙәре менән биҙәй. Уларҙың барыһына ла ҙур рәхмәт әйтәм һәм Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым.
Хәҙер мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә лә түләүле мәҙәни саралар үткәреү бурысы йөкмәтелде, мин быны бик үк дөрөҫ түгелдер, тип уйлайым, сөнки бәләкәй генә ауыл клубында 0,5 йәки 0,25 ставкаға бөтә эште лә бер үҙе башҡарған һәм аппаратураһы ла булмаған клубтар менән күп штат менән тулы ставкаға эшләгән ҙур ауыл мәҙәниәт йорттары тиңләштерелә. Тиҙҙән бәләкәй ауылдарҙа мәктәптәр кеүек ауыл клубтарының да оптимизация арҡаһында ябылыуы ихтимал. Ауылдаштарҙан аҡса талап итә башлаһаң, тамашасы һаны ла кәмер, тип уйлайым, шуға ла уларҙы юғалтмаҫ өсөн мәҙәни сараларҙы бушлай, йәғни билет һатмай ғына үткәрергә тура килә.
Ҡотлоюл ауыл клубы мөдире:
– Беҙҙең Ҡотлоюл ауылы халҡы бик дәртле: төрлө сараларға дәррәү йөрөйҙәр. Шуларҙың 15 тирәһе – парлы ғаиләләр. Балалар, оло йәштәге инәйҙәр, килеп, беҙҙе дәртләндереп ҡул сабып ултыра. Мин уларға бик рәхмәтлемен. Репетицияға бушҡа йөрөмәйбеҙ, беҙҙе ҡараусы тамашасыларыбыҙ бар, тип ҡыуанабыҙ. Әртистәремә килгәндә, инде хәҙер улар ауыл йондоҙҙарына әйләнде, уларһыҙ бер концерт та үтмәй. Минең эшем бер генә кеше эшләй торған эш түгел, бер яҡтан, ауылыбыҙ һәүәҫкәрҙәре ярҙам итә, икенсе яҡтан, ошолай итеп улар ауылыбыҙ данын күтәрә. Оҫта йырсыларыбыҙ Ләлә Боҫҡанова, Ләйсән Ибраһимова бейеүҙә лә ҡатнаша, Сәкинә Боҫҡанова – мәҙәк һүҙ оҫтаһы, улар бейеүгә лә йөрөй, Нәркәс Ибраһимова, Ғәлиә Хәйбуллина – Ҡотлоюлдың оҫта бейеүселәре. Нәркәстең ҡыҙҙары, апалы-һеңлеле Розалина, Рәзилә Ибраһимовалар, концерттарҙа ҡатнашып, бергәләп бейейҙәр. Уларҙың өләсәһе Зифа Ибраһимова ла мәҙәни сараларҙан ситтә ҡалмай. Ауылыбыҙ ағинәйе Йәннәт Аҡһарова шулай уҡ концерттарҙы ойоштороуҙа ныҡлы ярҙам итә, тамашасылар алдында тәрбиәүи темаларға фәһемле сығыштар яһай. Зильда Ибраһимова «Ҡотлоюл килендәре» ансамблендә бейеүҙәр өйрәтеүҙе ойоштора. «Ҡотлоюл һандуғастары» йыр коллективыбыҙ тамашасыларыбыҙҙы йырҙары менән ҡыуандыра. Ауылыбыҙ уҡытыусылары ла мәҙәни сараларҙан ситтә ҡалмай: Гөлнур Хөснуллина концерттарҙы алып бара, Гүзәл Аҡһарова хорҙа йырлай. Өс дәртле егетебеҙ бар: Байрас Яманһаров, Илфат Боҫҡанов, Рәлиф Ибраһимов, йырлайҙар ҙа, ҡотлоюлдарҙың һынын ҡатырғансы интермедиялар ҙа ҡуялар. Йәш киленебеҙ Алтынай Аҡһарова, йәш сабыйым бар, тип тормай, моңло итеп йырлай. Рима Ибраһимова апай үҙе ижад иткән шиғырҙарын иң беренсе ауылдаштарына ауыл клубы сәхнәһенән уҡып ишеттерә. Шундай талант эйәләре барҙа эшләүе лә күңелле.
Ауылдар буйлап концерттар ҡуйып йөрөр өсөн иң беренсе аппаратура, гармун кәрәк. Әгәр шулар булһа, үрҙә телгә алған рухи байлыҡтарыбыҙҙы районыбыҙҙың башҡа ауылдары тамашасылары менән дә ихлас бүлешер инек. Аҡса эшләүгә килгәндә, дискотекала йәштәр үҙҙәренең телефоны аша музыка ҡуйып бейей, нисек уларҙан аҡса һорайһың инде.
Барлыҡ коллегаларымды һәм районыбыҙҙың үҙешмәкәр артистарын байрам менән ихлас ҡотлайым, был өлкәләге ижади эштәрендә уңыштар теләйем.
Кинйәбай ауыл клубының мәҙәни ойоштороусыһы:
– Кинйәбай ауылы бәләкәй генә булһа ла, беҙҙә талантлы кешеләр күп. Шундай һәүәҫкәрҙәребеҙ менән бергәләп төрлө байрамдарға, юбилейҙарға арналған концерттар ҡуябыҙ, саралар үткәрәбеҙ. Әле бына яңыраҡ ҡына 50 йыл бергә тиң ғүмер иткән ауылдаштарыбыҙ Ғәрифә менән Фәрғәт Хәмитовтарҙың алтын юбилейына бәйле уларҙы ҙурлап «Алтын туй» сараһы үткәрҙек. Хәҙерге көндә ҡул эштәре буйынса күргәҙмә-йәрминкәгә дәррәү әҙерләнәбеҙ.
Кинйәбайҙа һәләтле балалар үҫә. Мәктәп уҡытыусылары менән берлектә уларҙы ла мәҙәни сараларға әҙерләп, ҡатнаштырабыҙ, таланттарының ныҡлы асылыуына булышлыҡ итәбеҙ.
Бәләкәй ауылда түләүле саралар үткәреү мөмкин түгел. Был алым ҙур ауылдарҙың мәҙәниәт йорттарына нығыраҡ бара. Шулай ҙа төпкөл ауылда мәҙәни тормош дауам итә. Район Хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге, ауыл хакимиәте беҙҙе ярҙамһыҙ ҡалдырмай.
Байрам уңайынан коллегаларымды, Кинйәбай үҙешмәкәрҙәрен ҡотлап китергә теләйем.