Юнир Һағынбаев менән бер сәхнәлә «Нур» халыҡ бейеү ансамбле лә сығыш яһаны. Залда халыҡ шығырым тулы булды, һәр йыр һәм бейеүҙең көслө алҡыштарға күмелеүе әртистәргә тағы ла көс-дәрт өҫтәне. Бындай тамашаның спонсоры – Киров исемендәге хужалыҡ етәксеһе Рәмил Туҡаев булды. Рәмил Ғиләж улына матур ял кисәһе бүләк иткәне өсөн ҙур рәхмәтлебеҙ.