Все новости
Мәҙәниәт
27 Марта 2018, 18:39

ЙӘШЛЕК ШУНДАЙ МАТУР

Яҡшымбәт ауылы Мәҙәниәт йортонда байтаҡ йылдар инде «Көйөргәҙе» халыҡ театры эшләп килә. Һәүәҫкәр артистар йыл һайын тамашасыларҙы төрлө жанрҙағы спектаклдәр менән ҡыуандыра.

Яҡшымбәт ауылы Мәҙәниәт йортонда байтаҡ йылдар инде «Көйөргәҙе» халыҡ театры эшләп килә. Һәүәҫкәр артистар йыл һайын тамашасыларҙы төрлө жанрҙағы спектаклдәр менән ҡыуандыра.

Быйыл улар Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең «Гармунсы дуҫ» пьесаһы буйынса Яҡшымбәт һәм Ҡотлоюл ауылдарында спектакль күрһәтте. Тамашаны сәхнәгә мәҙәниәт йорто директоры Гөлфиә Исхаҡова һәм художество етәксеһе Гөлшат Хәйбуллина ҡуйҙы. Театр эш башлағандан бирле уйнаусы һәүәҫкәрҙәребеҙ: Рәсим Бикмаев, Гөлгөнә Абдуллина, Гөлшат Хәйбуллина, Зиннур Манғотов профессиональ артистарҙан ҡалышмайҙар. Быйыл театр тағы ла йәш көстәр менән яңырҙы. Ауылдаштары араһында бәләкәйҙән йырсы, гармунсы булып танылған Фидан Булатов төп роль – Афзалды оҫта башҡарҙы. Мәктәп уҡыусылары Зилиә Әлимбәкова, Ләйсән Исламғолова, Гөлфинә Яҡупова сәхнәлә сағыу биҙәк булып балҡынылар. Спектакль ысын мәғәнәһендә йәшлек һәм мөхәббәт байрамы булды. Тамашаны ауыл халҡы бер һоҡланып, бер илап ҡараны. Шундай матур байрам бүләк иткәндәре өсөн һәүәҫкәр артистарыбыҙға рәхмәт әйтәбеҙ һәм тағы ла юғарыраҡ ижади уңыштар теләйбеҙ.


Зилә ТҮЛӘКОВА


Яҡшымбәт ауылы
Читайте нас: