Все новости
Мәҙәниәт
30 Марта 2018, 13:28

«ӘБЕЙҘӘРГӘ НИ ЕТМӘЙ»

Таймаҫ мәҙәниәт йортонда ауыл әртистәре Флорид Бүләковтың «Әбейҙәргә ни етмәй» спектаклен бик оҫта күрһәтте.

Таймаҫ мәҙәниәт йортонда ауыл әртистәре Флорид Бүләковтың «Әбейҙәргә ни етмәй» спектаклен бик оҫта күрһәтте.

Сәхнә әҫәре ул колхоз заманында булған хәл, ҡарттар йортона урынлаштырылған инәйҙәр тураһында. Әҡлимә ролендә - Рәйлә Зәйнуллина, Сәлимә булып Сания Хәбиева, Фатиманы Гөлсөм Әлмөхәмәтова, Хәнә ролен Фәриә Хөсәйенова бик оҫта уйнаһа, Абдулла ҡарт булып Ләлә Исмәғилова, председатель ролен Раил Араптанов килештереп башҡарҙы. Алты кешенән генә торған коллектив күңелгә үтеп керерлек, матур театр күрһәтте. Беҙгә матур ял бүләк иткәндәре өсөн уларҙың ғаиләләрендә һәм эштәрендә бәхет-шатлыҡ, һаулыҡ теләйбеҙ. Музыкаль яҡтан биҙәүсе Фәрит Юлтаевҡа, суфлер Гөлкәй Вәлитоваға һәм мәҙәниәт директоры Альбина Килмәтоваға ҙур рәхмәт әйтәбеҙ. Уларҙы үткән байрамдары менән дә ҡотлап үтәбеҙ. Эштәрендә уңыштар теләйбеҙ. Беҙҙең мәҙәниәт йорто гел шулай гөрләп торһон.


Фәүриә ЗӘЙНУЛЛИНА

Таймаҫ ауылы
Читайте нас: