Все новости
Мәҙәниәт
30 Марта 2018, 13:29

БИГЕРӘК ШӘП БУЛДЫ!

Ошо көндәрҙә Зәк-Ишмәт ауылы мәҙәниәт йортонда бик матур сара - «Театр яҙы» фестивале үтте. Унда һәр яҡлап талантлы ауылдаштарым Мәжид Шамхаловтың «Ҡайнанә» спектаклен сәхнәләштерҙе.

Ошо көндәрҙә Зәк-Ишмәт ауылы мәҙәниәт йортонда бик матур сара - «Театр яҙы» фестивале үтте. Унда һәр яҡлап талантлы ауылдаштарым Мәжид Шамхаловтың «Ҡайнанә» спектаклен сәхнәләштерҙе.

Уларҙың сәхнәлә уйнағандарын аңлатырлыҡ һүҙҙәр табып та булмаҫ, моғайын. Барыһын да үҙ күҙҙәрең менән күреү кәрәк. Әҫәрҙе сәхнәгә ҡуйыусылар Рәмилә Әкбәрова менән Гөлсара Рәшитоваға донъялағы барлыҡ рәхмәт, маҡтау һүҙҙәрен әйтһәң дә, аҙ булыр төҫлө. Ролдәр һәр бер кешенең характерына тура килтереп һайланған. Уҫал ҡәйнә Рәмилә Әкбәрова, уның әхирәте Руфина Сафина, килендәр — Рузилә Мөхәмәтйәнова, Аделина Ишмөхәмәтова, егеттәр — Айҙар Рәшитов, Мәғәфүр Бәширов үҙ ролдәрен оҫта башҡарҙылар. Гөлдәр Усманова музыкаль яҡтан биҙәне, Әлфиә Йосопова суфлер булды.

Ғаилә йылына арналған был спектакль зал тулы тамашасының барыһының да һушын алды, дәррәү алҡыштарға күмелде. Жюри ағзалары — Йәмилә Рамаҙанова менән Венера Усманова ла спектаклдең бик уңышлы булыуын билдәләне. Ауыл советы хакимиәте башлығы Илшат Зәйнәғәбдинов та әртистәрҙе ныҡ маҡтаны.


Әлфиә РӘХИМОВА

Зәк-Ишмәт ауылы
Читайте нас: