Все новости
Мәҙәниәт
30 Марта 2018, 13:31

ЯҢЫ ЙОНДОҘҘАР БАЛҠЫНЫ

3-сө БРГИ төрлө традицияларға бай һәм бында уҡып сыҡҡан уҡыусылары менән дан тота. Яҙғы каникулға сығыр алдынан йолаға әүерелгән, 25 йыллыҡ юбилейын билдәләгән «Гимназия йондоҙо» конкурсы уҙҙы. Был проекттың алыштырғыһыҙ етәксеһе булып музыка уҡытыусыһы, композитор Йәүҙәт Усманов тора.

Юбилей сараһында гимназиябыҙҙың 20-нән ашыу талант эйәһе — бейеүселәре, йырсылары һәм нәфис һүҙ оҫталары көс һынашты. Әлеге көндә төрлө өлкәлә билдәлелек яулап алырға өлгөргән, билдәле йырсылар булып киткән элекке уҡыусыларыбыҙ Әлиә Хафизова, Гөлмирә Исмәғилева, Илнур Рамаҙанов, мәҙәниәт институтының 3-сө курс студенты Илсинә Яҡшыбаева үҙҙәренең видеомөрәжәғәттәрен ебәргән. Ә байрамыбыҙға килергә форсат тапҡан Илмир Туйгилдин жюри рәйесе булды.

Шулай итеп, иң шәп бейеүсе тип 5а класы уҡыусыһы Арсен Шәрипов танылды. Нәфис һүҙ оҫталығында 9б класынан Гөлназ Үтәгәноваға етеүсе булманы. 6а класы уҡыусыһы Вероника Тютюнникова «Вокал» номинацияһында Гран-при яуланы. Һәр бер ҡатнашыусыға дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды. Йылдағыса Йәүҙәт Әвғәнүр улы үҙенең шәхси призын да тапшырырға онотманы.

Земфира УСМАНОВА

3-сө БРГИ директоры урынбаҫары

«Вокал» буйынса урындар:

1-се урын – Гөлнара Кинйәбулатова (11 кл.);

Артур Сәйфуллин (5 кл.);

2-се урын – Айгөл, Линара Ильясовтар дуэты;

Гөлнара Монасипова, Наҙгөл Хәлитова;

Айгиз Харрасов (5 кл.);

3-сө урын – Эльвина Әбсәләмова (8 кл.);

Карина Йәнбирҙина (7 кл.).
Читайте нас: