Все новости
Мәҙәниәт
3 Апреля 2018, 16:35

АУЫЛЫМДЫҢ ТАЙМАҪ ӨС ТАҒАНЫ

Мин Яҡут ауылы ҡыҙы, тип ғорурланып әйтә алам! Бәләкәй генә ауылымда яҡшы, мәрхәмәтле, йыр-моңға, тормошҡа ғашиҡ кешеләр йәшәй.

Мин Яҡут ауылы ҡыҙы, тип ғорурланып әйтә алам! Бәләкәй генә ауылымда яҡшы, мәрхәмәтле, йыр-моңға, тормошҡа ғашиҡ кешеләр йәшәй.

Кескәй балаларҙан алып, оло йәштәге апай-ағайҙарға тиклем йырлап-бейеп, ҡурайҙа, скрипкала уйнап күңел аса беләләр улар. Бер ҙә «Тормош насар, әллә ниндәй заман китте, эш юҡ, аҡса етмәй, теге етәксе былай, икенсеһе шулай», - тип зарланмайҙар ауылдаштарым. Гөрләтеп эшләйҙәр ҙә, аҡсаһын да табалар, бергәләшеп байрам да итә беләләр!

31 мартта ауылымда иҫ китмәле оло байрам булып үтте. Балалар баҡсаһына - 40, башланғыс мәктәпкә - 50, мәҙәниәт йортона - 30 йыл тулыуға арналған «Өс таған таймаҫ» исемле кисә ойошторолдо. Балалар баҡсаһында, мәктәптә балалар, ата-әсәләр ҡунаҡтарҙы дәррәү ҡаршы алғандан һуң, мәҙәниәт йортона юлландыҡ. Байрамыбыҙҙың исеме есеменә тура килеп тора. Элек-электән баҡса, мәктәп, клуб бер булып, берҙәм булып эшләнеләр. Ауылымдан бейеүселәр, табиптар, шағирҙар, журналистар, нефтселәр, уҡытыусылар, алдынғы механизаторҙар, ауыл эшсәндәре үҫеп сыҡҡан. Балалар баҡсаһынан уҡ мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләнә башлай. Мин үҙемде белгәнемдә, балалар баҡсаһында Нурия Борхан ҡыҙы Ялсыҡаева эшләй ине. Бик аҡыллы, белемле, компетентлы етәксе булды ул. Һүнеп барған балалар баҡсаһына яңынан йән өрҙө, тиһәм, бер ҙә яңылышмам. Тәмле-тәмле аштары менән, алсаҡ йөҙҙәре, ҡыҙыҡлы әкиәттәре менән беҙҙе көн дә Әлфиә Ҡәҙерғолова, Әлфиә Дауытова, Сания Ишдәүләтова, Фәниә Ҡунаҡбаева, Венера Аҙнабаева апалар ҡаршы ала ине. Балалар баҡсаһы минең иҫемдә мөғжизәле әкиәт донъяһы һымаҡ ҡалды. Бөгөн унда һөнәренә ғашиҡ, балаларҙы яратҡан, алсаҡ, мөләйем Рәсимә Фаурат ҡыҙы Ялсыҡаева эшләй.

Артабан, 1988 йылда Яҡут башланғыс мәктәбендә беренсе класҡа, беренсе уҡытыусым Гөлкәй Хөснөтдин ҡыҙы Шәмсетдинова (ул ваҡытта Ҡәҙерғәлина) алды. Йәш кенә, яңы ғына уҡыуҙы тамамлап ҡайтҡан уҡытыусыбыҙҙы беҙ үҙебеҙҙеке иттек. Ҡыҙыҡлы алымдар менән уҡытыуы, матур итеп һүрәттәр төшөрөүе, йыр-моңға, бейеүгә өйрәтеүе бөгөнгөләй хәтеремдә. Гөлниса Сәғәҙәт ҡыҙы, тик тормаған шуҡ балаларҙы үҙ балаларылай күреп, һәр беребеҙгә күңел йылыһын таратты. Бөгөн башланғыс мәктәптә үҙ һөнәренә тоғро ҡалған Гөлшат Сәғәҙәтулла ҡыҙы Яматова белем бирә. Рәүеф Риф улы Әбйәлилов 1989 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһының ағартыу училищеһын тамамлағандан һуң, Йылайыр ҡыҙы Рәмзиә Миңлеғәли ҡыҙына өйләнеп, тыуған ауылына ҡайтып, мәҙәниәт йортонда эшләй башлайҙар. Йәш-елкенсәктәр, уҡыусылар, хатта балалар баҡсаһы балаларына тиклем, арттарынан ҡалмай, ҡурайға, ҡумыҙға, бейеүгә өйрәнә башлайҙар. Туҡһанынсы йылдарҙа, ауылым моңға һыуһап, сарсай башлаған ваҡытта, Рәмзиә еңгә менән Рәүеф абзый ауылыма моң бөрктө, мәҙәниәтте яратырға өйрәтте. Бөгөнгө көндә Яҡутта бейей белмәгән бер кеше юҡ, ҡурайҙа уйнамаған егет юҡ, тиһәм, барыһы ла килешерҙәр.

Ҡайҙа нисектер, әммә ләкин Яҡут ауылында балалар ҙа, ололар ҙа ярыша-ярыша китапханаға йөрөйҙәр. Бында улар китап ҡына уҡып ҡалмай, конкурстар ҙа, викториналар ҙа үткәрәләр. Китапҡа ҡарата, уҡыуға ҡарата һөйөүҙе уларға Таңһылыу апай Исламғолова уята.

Шаулап-гөрләп үткән байрам сараһында район мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Ринат ҡыҙы Ибраһимова һәм район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлфиә Наил ҡыҙы Вахитова ҡатнашты. Улар район хакимиәтенән юбилейҙарын билдәләгән Яҡут ауылының өс учреждениеһына ла 10-ар мең һум аҡсалата бүләк тапшырыласағы хаҡында ҡыуаныслы хәбәр алып килгәндәр.

Минең ауылымда ошо тиклем, гөрләп эшләгән усаҡтар булғанда ауылым һулымаҫ, сәскә атыр, тип ышанам. Район Хакимиәтенә, ауылдаштарым исеменән, оло рәхмәтемде белдерәм! Ниндәй генә ауыр заман булһа ла, халыҡ өсөн ошондай учреждениеларҙы һаҡлап алып ҡала алдылар. Айырым рәхмәтемде Рәжәп Рамаҙан улы Юлбарисовҡа әйткем килә! Ғүмере буйына Яҡутым, ауылдаштарым, телем, тип янып йәшәне! Мәктәп ябылмаһын өсөн, клуб, балалар баҡсаһы асылһын һәм һаҡланып ҡалһын өсөн, барлыҡ тырышлығын һалды! Һеҙҙең алда баш эйәбеҙ!
Читайте нас: