Все новости
Мәҙәниәт
3 Апреля 2018, 16:38

МӘҘӘНИӘТ УСАҠТАРЫ ДӨРЛӘҺЕН

Үткән йома көндө районыбыҙҙа Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләнеләр.

Үткән йома көндө районыбыҙҙа Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләнеләр.

“Йәшлек” мәҙәниәт һарайында район хакимиәте башлығының кадрҙар эше һәм социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Люциә Хәмитова мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен сәләмләне.

- Хөрмәтле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре! Районыбыҙҙа үткән барлыҡ саралар ҙа һеҙҙең ярҙамһыҙ үтмәй. Тәжрибәле, эшкә етди ҡараған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәр сараны юғары кимәлдә үткәреүгә ҙур көс һала. Шуға ла һеҙгә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов та үҙенең ҡотлау һүҙҙәрен әйтеп, иң изге теләктәрен еткерергә ҡушты. Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Беҙ ҙә һеҙгә ҡулдан килгәнсә һәр саҡ ярҙам итергә тырышабыҙ. Аллаға шөкөр, күптән көткән “Йәшлек” мәҙәниәт йорто бинаһына капиталь ремонт яһау өсөн смета төҙөлдө, Ермолаево музыка мәктәбенә лә ремонт эшләнәсәк. Бахмут һәм Иҫке Отрада мәҙәниәт усаҡтарына костюмдар алыу өсөн Әхәт Йәүҙәт улының 100-шәр мең һум аҡса бирәм тейеүе лә ҙур ҡыуаныс. Дөйөм алғанда, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре үҙ алдына алған бурыстарҙы уңышлы атҡара. Артабан да эшмәкәрлек юғары кимәлдә барыр тигән ышанысыбыҙ ҙур, - тине Люциә Тәлғәт ҡыҙы һәм иң әүҙемдәргә район хакимиәте башлығының Почет грамоталарын тапшырҙы.

Аҙаҡ сараны район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлфиә Вахитова дауам итеп хеҙмәттәштәрен байрам менән ҡотланы, үҙенең иң изге теләктәрен еткереп, алдынғыларҙы мәҙәниәт бүлегенең Почет грамоталары менән бүләкләне. Шулай уҡ “Йәшлек” мәҙәниәт һарайы директоры Ирина Песецкая ла тырыштарға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Матур сара концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре дәртле йырҙарҙы тыныс ҡына ултырып тыңлай алманы, ә ҡушылып йырлап, һикереп төшөп бейеп тә алдылар.
Автор фотолары
Читайте нас: