Все новости
Мәҙәниәт
6 Апреля 2018, 14:33

ОҪТА УЙНАНЫЛАР

Яманһары ауылы клубында ауылдаштарым Кәбир Аҡбашевтың “Һипкелле ҡыҙ” музыкаль комедияһын сәхнәләштерҙе.

Яманһары ауылы клубында ауылдаштарым Кәбир Аҡбашевтың “Һипкелле ҡыҙ” музыкаль комедияһын сәхнәләштерҙе. Унда Менәүәрә Урманцева, Ләлә Батыршина, Минһажетдин Йосопов, Карам Тураев, Нәркәс Ярышева, Зөһрә Раянова, Минзира Байназарова, Зөлфиә Сынбулатовалар үҙ ролдәрен бик оҫта башҡарҙы.

Бар ауыл халҡы дәррәү йыйылды тамашаға. 80 йәшлек әбейҙәр һәм бабайҙар ҙа ситтә ҡалманы, рәхәтләнеп ҡарап ҡул сабып ултырҙы.

Ошондай матур сараны ойоштороусы, ауыл клубы мөдиребеҙ, режиссер Гүзәлиә Халиҡоваға, спектаклде ихлас күңелдән сәхнәләштереүсе ауылдаштарыбыҙға ҙур рәхмәтлебеҙ. Артабан да беҙгә күңелле ял кисәләре бүләк итһендәр, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.

Барлыҡ ауылдаштары исеменән


Гөлйыһан СӨЛӘЙМӘНОВА

Яманһары ауылы
Читайте нас: