Все новости
Мәҙәниәт
13 Апреля 2018, 17:17

РЕМОНТ КӨТӘ

Барлыҡ сараларҙы үҙендә үткәргән, халыҡҡа стенаһындағы һәр йөйө таныш туған «Йәшлек» мәҙәниәт һарайыбыҙҙың тиҙҙән эшенән туҡтауы бар.

Барлыҡ сараларҙы үҙендә үткәргән, халыҡҡа стенаһындағы һәр йөйө таныш туған «Йәшлек» мәҙәниәт һарайыбыҙҙың тиҙҙән эшенән туҡтауы бар.

Юҡ, уны теге Екатеринбургтағы телебашня һымаҡ итеп береһе лә ер йөҙөнән юймай. Янғын һүндереүселәр дәғүәһе арҡаһында суд ҡарары менән ул ябылып торасаҡ. Стеналағы, башҡа ерҙәрендәге материалдар янғын хәүефе тыуҙыра, тиҙәр (һарайҙы төҙөгәндә ҡайҙа булған улар?). Хәҙер райондың мәҙәниәт мәркәзен ремонт көтә. Ҡыйыҡты ремонтлау өсөн 10 миллион һумдан ашыу аҡсаға документтар дәүләт экспертизаһын үткән дә инде, йәнә ремонт эштәренә 86 миллион һумдан ашыу документтар әҙерләнә. Дөрөҫөн әйткәндә, «Йәшлек»кә күптән ремонт кәрәк ине, шулай булғас, тиҙҙән ялтырап торған бинала матур-матур концерттар ҡарауыбыҙҙы дауам итербеҙ. Ә әлегә унда күп мәҙәни саралар планлаштырылған, һарай ябылғансы уларын үткәреп өлгөрәбеҙ әле. Әйткәндәй, мәҙәниәт һарайы эшһеҙ торған ваҡытта, бында эшләгән бер хеҙмәткәр ҙә ҡул ҡаушырып ултырмаясаҡ, һәр кем үҙ эш урынында ҡала.
Читайте нас: