Все новости
Мәҙәниәт
17 Апреля 2018, 13:53

БАЯНЛЫ БУЛДЫҠ

Ни өсөн Айҙар Хөснөтдинов шулай шат йылмайып баҫып тора икән, тиһәгеҙ, белегеҙ: районға яңы баян һатып алып ҡайттылар.

Ни өсөн Айҙар Хөснөтдинов шулай шат йылмайып баҫып тора икән, тиһәгеҙ, белегеҙ: районға яңы баян һатып алып ҡайттылар. Хаҡы елле генә - 460 мең һум. Иртәгәләре баянға иптәшкә биш гармун ҡайтып етәсәк, һәр береһенең хаҡы 60 мең һумдан ашыу. Йыл йомғаҡтары буйынса Көйөргәҙе районы республикала икенсе урын алғайны, шуға 5 миллион һум бүләк биргәйнеләр. Аҡсаны район Хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтов шул сумманан бүлгән. Айҙар, был баян бик шәп, ҡулдарҙа үҙе уйнап тора, тип маҡтап бөтә алмай. Яңы гармундарҙа һыҙҙыра башлаһалар, егеттәребеҙҙе тотоп та алып булмаҫ, бар ҡыҙҙарҙы үҙҙәренә ҡаратып бөтөрҙәр.
А. ХАЛИҠОВА фотоһы
Читайте нас: