Все новости
Мәҙәниәт
17 Апреля 2018, 13:37

ҠУЛДАРҘА УЙНАП ТОРА

Күмертауҙа рус халыҡ инструменттарында уйнау буйынса төбәк конкурсы үтте.

Күмертауҙа рус халыҡ инструменттарында уйнау буйынса төбәк конкурсы үтте.

Бында Күмертау менән Көйөргәҙенән тыш, Мәләүез, Ишембай, Күгәрсен, Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш, Миәкә райондарынан да музыка ҡоралдары оҫталары сығыш яһаны. Гран-При – Күмертау халыҡ рус музыка ҡоралдары оркестрында.

Райондан беҙҙең гармунсылар шәп сығыш яһаны. Айҙар Хөснөтдинов беренсе урынға лайыҡ булды, Фәрит Юлтыевта – 2-се урын, а трио номинацияһында ошо ике гармунсы һәм Азамат Туйгилдиндар өсәүләп 3-сө урынды яуланы. Бахмут ауылынан килгән ҡалаҡ менән уйнаусылар ҙа почетлы өсөнсө урынды алды.
Читайте нас: