Все новости
Мәҙәниәт
20 Апреля 2018, 13:00

«ШАҠМАҠ» ӨМӨТТӨ АҠЛАЙ

Гәзитебеҙҙең бер һанында яҡташ студентыбыҙ Гөлназ Ғәббәсова «Шаҡмаҡ» командаһы егеттәре Юлдаш Аҡсурин, Илшат Дәүләтшин, Айнур Низаметдинов һәм Илсур Боҫҡановтарҙың нисек итеп башҡорт асыҡ лигаһына әҙерләнеүе хаҡында бәйән иткәйне («Юшатыр», 2018 йыл, 23 февраль, №16).

Яңырак Өфөлә Башҡорт КВН лигаһының 1/4 финал уйындары үтте. Беҙҙең «Юшатыр» йәштәр ойошмаһы исеменән «Шаҡмаҡ» командаһы сығыш яһап, икенсе урынды яуланы. Беҙ был егеттәрҙе әле лә һағынып иҫкә алабыҙ, Күмертау сәхнәләрендә шәп сығыш яһай торғайнылар. Хәҙер баш ҡаланы гөрләтәләр. Афариндар!

«Шаҡмаҡ»ты алдағы көндәрҙә 1/2 финал уйындары көтә. Беҙ шуны беләбеҙ: был егеттәр Көлмәҫйән батырҙың да һынын ҡатыра ала. Еңеүегеҙ хаҡында яңы ҡыуаныслы хәбәрҙәр көтөп ҡалабыҙ.
Читайте нас: