Все новости
Мәҙәниәт
24 Апреля 2018, 16:40

ЯПОНИЯҒА БАРЫП ҠАЙТҠАНДАР

Ошо көндәрҙә, дөрөҫөрәге, төндәрҙә илдең бар китапханаларында Библиотөн тигән саралар үтте. Йолаға әйләнде был, әллә кеше төндә шәберәк уҡый, мейеһе мәғлүмәтте яҡшыраҡ үҙләштерәме икән?

Ошо көндәрҙә, дөрөҫөрәге, төндәрҙә илдең бар китапханаларында Библиотөн тигән саралар үтте. Йолаға әйләнде был, әллә кеше төндә шәберәк уҡый, мейеһе мәғлүмәтте яҡшыраҡ үҙләштерәме икән?

Айсыуаҡ ауыл модель китапханаһы ла Библиотөндө бик матур итеп үткәргән. Беҙгә Екатерина Ниғмәтова яҙыуынса, улар был төндө Япония иленә сәйәхәт ҡылған. Суши әҙерләү, иероглиф яҙыу буйынса мастер-класс күрһәткәндәр. Айсыуаҡ клубы хеҙмәткәрҙәре гейшалар бейеүен бейеп халыҡты таң ҡалдырған. Япон яҙыусылары китаптарынан торған күргәҙмә эшләгән, яндарында биҙәк булып кимоно һәм донъяла иң оҙаҡ йәшәүсе халыҡ көнкүрешенән башҡа предметтар торған. Аҙаҡ хәс япондар һымаҡ итеп сәй эскәндәр, һауаға фонарҙар осорғандар. Шулай итеп, бер төн эсендә айсыуаҡтар Японияға барып ҡайта алған.
Читайте нас: