Районыбыҙҙа “Театр яҙы - 2018” фестивале дауам итә. Үткән аҙнала Керәүле - Илюшкин мәҙәниәт йорто артистары ла «Юрату ку, юрату...» («Мөхәббәт был, мөхәббәт») исемле спектаклде сәхнәләштергән. Ауыл халҡы дәррәү алҡыштарға күмеп ҡараған. “Һәр кем үҙ ролен бик оҫта башҡарҙы, шундай ҙа килештереп уйнанылар - ысын әртистәрең ары торһон”, – ти ауылдаштары.