Все новости
Мәҙәниәт
27 Апреля 2018, 12:28

АУЫЛДАШТАРҒА РУХИ АҘЫҠ

Үткән шәмбелә Ҡотлоюл клубында ауылыбыҙҙың һәүәҫкәр артистары башҡорт драматургы Наил Ғәйетбаевтың «Йөрәктәр ҡушҡас» спектаклен уңышлы сәхнәләштерҙе.

Үткән шәмбелә Ҡотлоюл клубында ауылыбыҙҙың һәүәҫкәр артистары башҡорт драматургы Наил Ғәйетбаевтың «Йөрәктәр ҡушҡас» спектаклен уңышлы сәхнәләштерҙе.

Бер шаршаулы комедия ауыл халҡы өсөн әйтеп бөтөргөһөҙ рухи аҙыҡ, күңелле ял булды. Ваҡыт табып, донъя мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып тороп, репетицияға йөрөп Ҡотлоюлдың данын күтәреүсе Сәкинә Боҫҡановаға, Ләйсән Ибраһимоваға, Ләлә Боҫҡановаға, Рәлиф Ибраһимовҡа, ирле-ҡатынлы Илфат һәм Илүзә Боҫҡановтарға ауылдаштары ҙур рәхмәт әйтте, тәрбиәүи яҡтан әһәмиәтле ошондай сәхнә әҫәрҙәрен тағы ла күрергә теләүҙәрен еткерҙе.

Зарима БОҪҠАНОВА,
клуб мөдире
Ҡотлоюл ауылы


Читайте нас: