Үткән шаршамбы көндө “Йәшлек” мәҙәниәт йортонда Көйөргәҙе ерендә, Күмертау ҡалаһында ҡурай сәнғәтен тергеҙеүсе, үҫтереүсе, уға йәштәрҙе күпләп йәлеп итеүсе, халҡы өсөн янып йөрөүсе шәхес булараҡ билдәле булған Альберт Юлдыбаев иҫтәлегенә арналып “Уйнаһын ғына ҡурайым” асыҡ район ҡурайсылар конкурсы уҙғарылды. Районыбыҙҙа өсөнсө тапҡыр үткәрелгән был сарала Көйөргәҙе, Күгәрсен, Ейәнсура райондарынан, Күмертау, Мәләүез, Салауат ҡалаларынан 50-гә яҡын ҡурайсы ҡатнашты.
Ҡунаҡбай ауылында тыуып үҫкән уҙаман, ир азаматы Альберт Юлдыбаевтың исемен телгә алыу менән, ҡылт итеп «Тере шишмәләр» йәмәғәтселек ойошмаһы һәм уның ҡурайҙа боронғо башҡорт йырҙарын оҫта башҡарыуы иҫкә төшә. – Кемдер өсөн ошо ҡыу үлән, ә беҙҙең өсөн башҡорт халҡының төп музыка ҡоралы булған ҡурай үҙ эсенә халҡыбыҙҙың барлыҡ данлы, шанлы, ҡанлы тарихын һыйҙырған, – ти торғайны Альберт Ғәйфулла улы. Ул үҙе лә районыбыҙҙағы, ҡалабыҙҙағы йәш быуын вәкилдәрен ҡурайҙа уйнарға өйрәтеү аша уларға рухи-эстетик, музыкаль һәм тарихи тәрбиә бирҙе. Ҡурайҙарҙы үҙ ҡулдары менән яһап, ауыл мәктәптәренә үҙ аҡсаһына йөрөп балаларҙы ҡурай түңәрәктәренә йәлеп итте. Бындай аҙымға бары тик халҡын сикһеҙ яратҡан, энтузиаст, илһөйәр кеше генә бара ала.
Ҡапыл ғына арабыҙҙан китеп барған Альберт ағай Юлдыбаев тураһындағы видеояҙма ҡарағандан һуң уның халҡым тип янып йөрөгән шәхес булғанлығына тағы бер тапҡыр инанды бәйгеселәр. Шулай уҡ ҡурайсылар иғтибарына Альберт Ғәйфулла улы иҫтәлегенә арналған бай күргәҙмә лә ойошторолғайны. Уның бихисап Маҡтау ҡағыҙҙарын, Рәхмәт хаттарын, Почет грамоталарын күреү ҙә уның тураһында күп һөйләй ине.
Асыҡ район ҡурайсылар конкурсын Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ артисы, мәшһүр ҡурайсы, фольклорсы, “Хазина” ижади берекмәһе етәксеһе Юлай Ғәйнетдинов асты.
- Мине был конкурсҡа ниңәлер һуңлап саҡырҙылар, - тине ул, ойоштороусыларға бер аҙ үпкә белдереп. - Һуң әйтһәләр ҙә, бар эшемде ҡалдырып, ашҡынып килдем. Сөнки Альберт Юлдыбаев халҡыбыҙҙың мәҙәниәтендә һиҙелерлек эҙ ҡалдырған сағыу шәхес булды. Альберт туғанды тәү тапҡыр 1978 йылда республика ҡурайсылар бәйгеһендә күргәйнем. Минең хәтерем ныҡ шәп ул. Оҙаҡ йылдар беҙ уның менән аралашып йәшәнек, мин уны ныҡ хөрмәт иттем. Уның тураһында “Хазина”ла телетапшырыу ҙа сығарҙым. Альберт Ғәйфулла улы тураһында яҡты иҫтәлек халыҡ күңелендә йәшәй һәм йәшәйәсәк.
Артабан сәхнәгә Альберт Юлдыбаевтың Салауат сәнғәт колледжында һәм Мәләүез сәнғәт мәктәбендә уҡытыусы булып эшләгән ижадташ дуҫы Тәлғәт Нуриев сыҡты. Ул Альберт ағай тураһында иҫтәлектәре менән бүлеште һәм “Әрме” йырын башҡарҙы. “Ошо йырҙы миңә Альберт ҡорҙашым йырларға, халыҡҡа еткерергә ҡушты. Бына мин үҙемдең бурысымды үтәйем”, - тине ул.
Жюри ағзалары булған, Өфө ҡунаҡтары, оҫта ҡурайсылар Юлай Ғәйнетдинов, Рөстәм Баһаув, Кинйә Әхмәҙиев һәм Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлай Ишмөхәмәтов бәйгелә иң шәп ҡурайсыларҙы билдәләп районыбыҙ мәҙәниәт бүлеге әҙерләгән бүләктәрҙе тапшырҙылар. Шулай уҡ республика ҡурайсылар ойошмаһынан алып килгән китаптарҙы ла иҫтәлеккә тип Юлай Ишбулды улы таратты. Ә инде Рифат Вахитов үҙенең шәхси бүләктәре булған ике ҡурайын һәм өс ҡурай һауытын Яҡшымбәт сәнғәт мәктәбенә тапшырҙы. Барлыҡ бәйгеселәргә лә ҡатнашҡандары өсөн дипломдар тапшырылды.
Сара тамамланғас, Юлай Ғәйнетдинов тарафынан оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде һәм уларға сертификаттар тапшырылды.
16 йәшкә тиклемгеләр араһында:
Гран-при - Илшат Рамаҙанов, Күмертау ҡалаһы (етәксеһе Дим Асаинов);
1-се урын – Дәмин Ғәйнетдинов, Күмертау ҡалаһы (етәксеһе Дим Асаинов);
2-се урын – Айҙар Илмөхәмәтов, Күгәрсен районы;
3-сө урын – Аделина Ғүмәрова (Мәләүез ҡалаһы), Айтуған Байдәүләтов (Күгәрсен).
17 йәштән өлкәндәр араһында:
Гран-при – Юлай Ҡыҙрасов, Күгәрсен;
1-се урын – Булат Булгаков, Күгәрсен;
2-се урын – Илсур Илтенбаев, Ейәнсура;
3-сө урын – Рим Сәлихов, Аҡһары ауылы; Тимур Иҙрисов, Илкәнәй ауылы.
16 йәшкә тиклемгеләр ансамблдәре араһында:
1-се урын – “Йомағужа” ансамбле, Күгәрсен районы;
2-се урын – “Ҡыпсаҡ” ансамбле, Күгәрсен районы;
3-сө урын – “Ҡыйғас” ансамбле, Яҡшымбәт сәнғәт мәктәбе (етәксеһе Сәлим Әбсәләмов).
17 йәштән өлкәндәр ансамблдәре араһында:
1-се урын – “Мираҫ” ансамбле, “Йәшлек” мәҙәниәт йорто (етәксеһе Азамат Туйгилдин);
2-се урын – “Самрау” ансамбле, Яҡшымбәт ауылы (етәксеһе Венер Хәлитов);
3-сө урын – “Илһөйәр” Салауат ҡалаһы.
Мәрйәм ЮЛДЫБАЕВА, Альберт ағайҙың ҡатыны:
- Альберт, мөһаббәт, олпат кәүҙәле булһа ла ныҡ йомшаҡ күңелле ине. Бер ҡасан да тауыш күтәрмәне, әрләшеү тигән нәмәне бөтөнләй белмәне. Яратҡан шөғөлө ҡортсолоҡ булды. Йыш ҡына умартасыларҙың Бөтә Рәсәй сараларында ҡатнашты. Ырымбур, Һарытау өлкәләрендә, тағы күп ерҙәрҙә ойошторолған бәйгеләрҙә районыбыҙ намыҫын яҡланы. “Ҡурайсы кеше умартасы ла булырға тейеш. Умарта тотоу – ул ысын башҡорттоң шөғөлө”, - тип йыш әйтте.
Мине бәхетле итер өсөн тыуғандыр ул Альберт. Уның менән ысынлап та бик тә бәхетле булдым. Халҡым, тип янып йәшәне. Сәхнәлә генә түгел, өйҙә лә һәр саҡ ҡурай уйнаны. Уйнаны ла уйнаны, уның ҡурайы бер ҙә тынманы. Мин күргән беренсе ҡурайсы ине ул, бәлки, шуға ла тәү күреүҙән ғашиҡ булғанмындыр. Әсәһен ныҡ ихтирам итте. Балаларҙы ныҡ яратты, уларға яҡшы атай булды.
Сараға килгәндә бәйгеселәр аҙ булыуы күңелде ҡырҙы. Күбеһенә алдан хәбәр ителмәгән, күптәр хатта белмәй ҡалған. Ошондай ғәмһеҙлек, әлбиттә, ныҡ эсте бошора. Ҡурайсыларыбыҙҙы юғалтмайыҡ, ә үҫтерәйек. Улар Юлдыбаев ағайыбыҙҙың эшен артабан да дауам итергә тейеш.
Ҡарлуғас МӨХӘМӘТЙӘРОВА, Альберт Юлдыбаевтың ҡыҙы:
- Атайым минең өсөн бик абруйлы кеше булды. Уның ябай ғына шәхес түгел икәненә инандым. Шулай уҡ ғәзиз кешем минең өсөн оло йөрәкле, уйлаусан, аҡыллы, ғәҙел, яҡты йөҙлө, асыҡ йөрәкле кеше ине. Үҙ ерем, Башҡортостаным, башҡорт халҡым, башҡорт телем, тип янып йәшәгән шәхес булды.
Ул бөтә яҡтан да талантлы ине. Нимәгә генә тотонмаһын, бөтә эштәре лә уңышлы башҡарылыр булды. Айырыуса ҡурай моңон яратты ул. Иҫ киткес итеп ҡурайҙа уйнап, көйҙәр ижад итте. Ҡурай моңонан ул үҙенә ләззәт һәм көс алды.
Миңә Ҡарлуғас, тип исем ҡушҡанына бик рәхмәтлемен атайыма. Һәр ваҡыт үҙемдең исемемә ҡарата маҡтау һүҙҙәре генә ишетәм. «Ҡайһылай исемегеҙ матур, кем ҡушты?» тип һорайҙар. Мин ғорурланып «Атайым!» тип әйтәм. Әсәйебеҙ Мәрйәм Фәйзулла ҡыҙы менән матур итеп тормош көттөләр, бер-береһен ихтирам итеп, яратып йәшәнеләр. Икеһе лә минең өсөн, ғаиләм, балаларым өсөн өлгө булып торалар.
Яратҡан шөғөлдәре лә күп ине атайымдың. Йәш сағынан уҡ ҡортсолоҡ эштәре менән мауыға ине. Бал ҡорттарын шул тиклем яратты, хатта улар менән һөйләшә лә торғайны. Көндәрен баҡсала уҙғарырға яратты, бер ваҡытта ла эшһеҙ ултырманы. Атайымдың беҙҙең аранан китеп барыуына өс йыл тулып килә, әммә яралар уңалмай. Ҡәҙерле кешемә ҡарата йөрәгемдә йылы тойғолар һәм дә ҙур ихтирам йәшәй. Тыуған иленә, теленә битараф булмаған ысын башҡорт батыры ине ул, атайым! Әсәйем менән атайыма беҙгә ғүмер бүләк иткәндәре өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен! Атайым менән бик ныҡ ғорурланам, уның эшләгән эштәре халыҡ хәтерендә ҡалыр, тип ышанам.
Рәмилә ИҪӘНҒОЛОВА, Өфө ҡалаһы:
- Альберт ағай башҡорт рухы менән янып йәшәне. 80-се йылдар аҙағы, 90-сы йылдар башында уның етәкселегендәге «Тере шишмәләр» йәмәғәт ойошмаһы ысын мәғәнәһендә мул һыулы тере шишмәләр булды. Шул шишмәләр бергәләшеп суверенитет яуланы һәм артабан беҙҙең төбәктә милли мәҙәниәтте үҫтереүгә ҙур көс һалды. Альберт ағай «Кинйә маршы»ның һүҙҙәрен яҙырға тәҡдим иткәс, мин шатланып риза булдым. Һуңынан гәзиттә «Кинйә маршы»ның авторҙары араһында минең исемем булмағас, бәлки, был башҡа әҫәрҙер тип, килешеп тә ҡуйғайным. Был осраҡта ла Альберт ағай ярҙамға килде. «Һин ни эшләп үҙеңдең шиғырыңды башҡа кешенеке тип әйткән ваҡытта, үҙеңдеке өсөн дөрөҫлөк талап итмәйһең. Марштың һүҙҙәре һинеке бит», - тине. Әлбиттә, ул ваҡытта конкурста 1-се урын алған «Кинйә маршы»ның авторы булараҡ, бүләк икенсе кешегә тапшырылып өлгөргәйне. Мин бүләк түгел, авторлығымды юллап, тәүҙәрәк даулашып ҡараным, әммә миңә: «Беҙҙән хәҙер нимә талап итәһегеҙ, бирәһе бүләк бирелгән. Артабан бер ни ҙә эшләп булмай. Подумаешь, бер шиғыр, имеш», - тип яуап бирҙеләр. Был минең өсөн күптән уйлап йөрөгән хыялымды тиҙерәк тормошҡа ашырырға этәргес көс булды. Һәм мин Өфөгә сығып киттем. Шуларҙың бөтәһе өсөн Альберт ағайға рәхмәтлемен.