Юшатыр
-10 °С
Облачно
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Все новости
Мәҙәниәт
27 Апреля 2018, 12:32
УТ КҮРШЕЛӘРЕБЕҘ
Мәжид Шамхаловтың “Ҡайнанә” тигән спектакле менән беҙгә Зәк-Ишмәт ауылындағы күршеләребеҙ килде. Спектаклдәге килененә тыңғылыҡ бирмәгән, уҫал ҡәйнә ролен Рәмилә Әкбәрова бик оҫта башҡарҙы.
Мәжид Шамхаловтың “Ҡайнанә” тигән спектакле менән беҙгә Зәк-Ишмәт ауылындағы күршеләребеҙ килде. Спектаклдәге килененә тыңғылыҡ бирмәгән, уҫал ҡәйнә ролен
Рәмилә Әкбәрова
бик оҫта башҡарҙы. Ә уның килене ролен
Рузилә Мөхәмәтйәнова
ла килештереп уйнаны. Ул әбейенең бөтөн сифатына түҙеп торор хәле ҡалмағас, сығып китеүе лә барыһын да уйландырырға мәжбүр итте. Рәмилә Әкбәрованың әхирәте булып, тыныс холҡо менән тамашасының күңелен
Руфина Сафина
ролендә уйнаусы
Гөлсара Рәшитова
күтәрҙе. Рузиләнең тормош иптәше
Мәғәфүр Бәшировтың
иң яҡын дуҫы, ярҙам ҡулы һуҙыусы
Айҙар Рәшитов
булды. Ул ҡәйнәне төп башына ултыртып, үҙенең кәләшен
(Аделина Ишмөхәмәтова)
алдап алып ҡайта. Барлыҡ артистар ҙа үҙҙәренең оҫта уйнауҙары менән оҡшаны.
Спектаклде музыкаль яҡтан
Гөлдәр Усманова
биҙәһә, ә
Әлфиә Йосопова
суфлер булды. Беҙҙең күңелдәрҙе күтәреп, матур ял бүләк иткәндәре өсөн ут күршеләребеҙгә таймаҫтар исеменән ҙур рәхмәт әйтеп, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ. Беҙгә тағы ла килеүҙәрен теләп ҡалабыҙ. Тик залда тамашасыларҙың аҙ булыуы ғына күңелде ҡырҙы. Шул тиклем матур спектаклде ҡарап, өйҙәребеҙгә дәртләнешеп таралыштыҡ.
Фәүриә ЗӘЙНУЛЛИНА
Таймаҫ ауылы
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?