Все новости
Мәҙәниәт
27 Апреля 2018, 12:05

ҠӘЙНӘ ЛӘ, БЕЙЕМ ДӘ КӘРӘКМӘЙ

Был донъяның кеме юҡ тигәндәй, ҡайһы саҡта милләттәштәребеҙ аптыраҡтың һуңғы сигенә төшөрә. Яңыраҡ бер гүзәл зат «Юшатыр»ҙа әсәһенең тыуған көнөнә ҡотлау бирергә булды.

Редакциянан:

«Юшатыр» гәзитенең интернеттағы ВКонтакте төркөмөндә ошо бәләкәй генә материал урынлаштырылғайны. Төркөмдөң күп кенә ағзалары уға ҡарата үҙ фекерҙәрен белдереп яҙҙы. Түбәндә шуларҙың ҡайһы берҙәрен бирәбеҙ.

Был донъяның кеме юҡ тигәндәй, ҡайһы саҡта милләттәштәребеҙ аптыраҡтың һуңғы сигенә төшөрә.

Яңыраҡ бер гүзәл зат «Юшатыр»ҙа әсәһенең тыуған көнөнә ҡотлау бирергә булды. Кемдәр ҡотлаясағын был русса ғына яҙып ырғытҡан. Ҡотлауҙы һеҙ яҙығыҙ, ә хаҡын мин түләрмен, йәнәһе. Ҡотлаусылар араһында зять, сноха ла булғас: «Ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, бейемебеҙ Фәлән Төгәнованы тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ», – тип текст яҙып, быға интернеттан ебәрҙек. Бер заман: «Слова кайна, бейем убрать, совсем не нужны», – тип был үҙ талабын килтереп ҡуймаһынмы. «Ә һеҙҙең кейәүегеҙ менән киленегеҙ әсәйегеҙҙе кем тип йөрөтә?» – тип һорап яҙабыҙ. Яуап: «Конечно, мама».

Ҡәйнә, бейем һүҙҙәре архаизм булып бара, хатта бер әрләү һүҙенә әйләнгән һымаҡ.


Светлана СӨЛӘЙМӘНОВА:

Халҡыбыҙҙың бик матур туғанлыҡ терминдарын инҡар итеү, ысынлап та, йыш күҙәтелә. Киленде килен тип әйтергә, ҡәйнәне ҡәйнә тиергә тартынабыҙ. Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарға исем-шәрифтәре менән өндәшкән булыу, килен-кейәүҙәргә исемләп кенә әйтеү ғәҙәтебеҙгә инә. Ни өсөн КИЛЕН, ҠӘЙНӘ тигән һүҙҙәрҙе әйтеүҙән баш тарта башланыҡ әле?! Бер дәүер үҙәктәргә үткән ҡәйнә-килен мөнәсәбәттәре арҡаһындамы? Һирәк осраҡтар ҙа тотош халыҡ хәтеренә юйылмаҫ эҙ ҡалдырғанғамы? Бөгөн бит тормошобоҙҙа ул ҡәҙәр аяуһыҙ мөнәсәбәттәр ҙә, кәмһетеү-рәнйетеүҙәр ҙә, баҫылып йәшәүҙәр ҙә юҡ кеүек. Йәштәр хәҙер өйләнешкәс тә айырым сығыу яйын ҡарай. Ҡәйнәләр ҙә килен баҫып, яһилланып йәшәмәй. Киреһенсә, бергә йәшәй генә күрһендәр тип, йәштәр алдында бейеп торған әсәйҙәр бар))). Тик ни өсөн килен, кейәү, ҡәйнә, бейем тигән матур терминдар әйтелмәй һуң?!

Айһылыу ҠОРБАНҒОЛОВА:

Сөнки статусты тоторға кәрәк, икеләтә яуаплылыҡ өҫтәй, ә күпселек был йөктө тартырлыҡ хәлдә түгел.

Гөлнара МУЛЛАҠАЕВА:

Иптәшемдең әсәһе, улымдың ҡатыны, ҡыҙымдың ире, кәләшемдең әсәһе, тип әйтмәйһең бит инде, «киленем», «кейәүем», «ҡәйнәм» һүҙҙәре яғымлыраҡтыр. Өҫтәүенә ғаиләгә ҡабул итеү билдәһе кеүек тә...

Рита ВАХИТОВА:

Мин былтырҙан бәләкәй генә башҡорт ауылында йәшәйем. Балалар ата-әсәһенә «мама, папа» тип өндәшә. Элек бында тик «өләсәй» һүҙе ҡулланылған, хәҙер иһә - тик «нәнәй». «Нәнәй» «няня»ның үҙгәртелгән формаһы ғына тип аңлайым. «Бейем» «әсәй»гә,«ҡайны» «атай»ға әйләнгән. Етмәһә, ололарға исеме менән өндәшә бәғзе йәштәр. «Һине ҡартайтҡым килмәй, шуға исемең менән өндәшәм», - тиҙәр. Әҙәпһеҙлек инде был.

Асия ШӘЙӘХМӘТОВА:

Миңә лә оҡшап етмәй ҡайны, ҡәйнәгә «атай», «әсәй» тип өндәшеүҙәре. Мәҫәлән,ҡыҙымдың минән тыш тағы ла берәүгә ӘСӘЙ тип әйтеүен теләмәҫ инем, көнләшеүме, нимәлер инде. Аллаға шөкөр, ҡыҙым ҡоҙағыйыма «Бейем» тип өндәшә, кейәүем дә «Ҡәйнәм» тип кенә тора.

Өйҙәге тәрбиәнән дә киләлер ул. Ирем яғында ла, беҙҙең туғандар араһында ла туғанлыҡ терминдарын ҡулланып һөйләшәбеҙ, мама-папалар юҡ.

Светлана СӨЛӘЙМӘНОВА:

Асия, көнләшеү түгел ул, һәр нәмәнең үҙ урыны булырға тейеш! Мин дә кейәү-килендәремдең әней тиеүен теләмәҫ инем. Ҡәйнә икән - ҡәйнә! Исем биҙәмәй кешене, кеше биҙәй исемде, бында ла шулай: термин биҙәмәй ҙә, йәмһеҙләмәй ҙә, барыһы ла үҙебеҙҙән тора, шул терминдарҙы лайыҡлы йөрөтә белеүҙән!

Светлана ҮҘӘНБАЕВА:

Инәйем «Ҡәйнәм» тип матур итеп әйтә торған ине, ә хәҙер асыу килгәндә генә «ҡәйнә» тип бер-беребеҙгә һөйләйбеҙ. Мин ҡәйнәмә «әней» тип өндәшәм, уйлап ҡараһаң, барыбыҙ ҙа хаҡлы һымаҡ, ә шулай ҙа туғанлыҡ терминдарын дөрөҫ ҡуллана белергә кәрәктер ул. Мин шундай һығымтаға килдем.

Рита ВАХИТОВА:

Туғанлыҡ терминдарын дөрөҫ ҡулланыу буйынса халыҡҡа матбуғат ҙур ярҙам күрһәтә алыр ине. Хәҙер гәзит-журнал алдырған кеше лә һирәк шул. Халыҡ телгә битараф.
Читайте нас: