Все новости
Мәҙәниәт
27 Апреля 2018, 12:14

ЗОЛОВКА – ҠӘЙЕНБИКӘ, ДЕВЕРЬ – ҠӘЙНЕШ!

«Юшатыр» гәзитенең интернеттағы төркөмөндәге туғанлыҡ терминдары хаҡында фекер алышыуҙарҙы уҡығас, бер ваҡиға иҫкә төштө.

«Юшатыр» гәзитенең интернеттағы төркөмөндәге туғанлыҡ терминдары хаҡында фекер алышыуҙарҙы уҡығас, бер ваҡиға иҫкә төштө.

Автобуста Ейәнсура, Мораҡ яҡтарынан килә ятыусы бер йәш пассажир ҡатын кемгәлер хәбәр һөйләй ҙә ике һүҙҙең берендә, золовкам шулай тип әйтте, золовкам былай тип әйтте, тигән һүҙҙәрҙе ҡыҫтырып ҡуя. Мин: «Ул золовка тигәнең кем була һуң ул?» – тип һораған кеше булам бынан.

– Әй, иремдең апаһы була инде, беҙ йә золовка, йә Венера тибеҙ ҙә ҡуябыҙ, – ти.

– Уның бит башҡортса бик матур әйтелеше бар. Ул ҡәйенбикә була, – тием.

– Әллә, беҙ урыҫ мәктәбендә урыҫса уҡыныҡ, атай-әсәй беҙгә ундай нәмәне өйрәтмәне, – тине.

Ысынлап та, хәҙерге йәштәр өйләнгәс йә кейәүгә сыҡҡас, яңы туғандарына исеме менән өндәшә, йә борон-борондан килгән шундай матур, күркәм туғанлыҡ терминдарын «ағай», «апай», «атай», «әсәй» тигән һүҙҙәр менән алмаштыра. Ә «ҡайнаға», «ҡәйенбикә», «ҡайны», «ҡәйнә», «бейем» һүҙҙәре һирәк ҡулланыла. Бер нисә быуын алмашыныуға ул һүҙҙәр телебеҙҙән бөтөнләй төшөп ҡалсаҡ бит. Инде хәҙер килен, кейәүҙәр ҡәйнештәренә лә «деверь» тип өндәшергә тейеш булалармы? Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та.

Дөрөҫөн әйткәндә, олатай, өләсәй булырға өлгөргән хәҙерге 50-60 йәшлек атай-әсәйҙәрҙең үҙҙәренә тәүҙә туғанлыҡ терминдарын өйрәтергә кәрәк. Был йәһәттән, уҡытыусылар менән бер рәттән, ағинәйҙәр ойошмалары ла ҙур эш башҡара алыр ине. Беҙ, ололар, һәр милләттәшебеҙҙең һөйләү телмәренә, тел мәҙәнилегенә иғтибар итергә, уларҙың телмәрендәге етешһеҙлектәрҙе матур ғына итеп кәңәш биреп, төҙәтеүгә өлгәшергә тейешбеҙ. Беҙҙән оло быуын кешеләре элек шулай эшләй торғайны. Был күркәм йола ла онотолоу сигендә бөгөн. Сөнки үҙ-ара аралашыу ныҡ кәмене, телевизор, компьютер, телефонға тексәйешеүҙән арына алмайбыҙ. Кеше менән һөйләшмәгәндәрҙе элек, бүре бауыры ашаған нәмәкәй, ти торғайнылар. Әллә барыбыҙ ҙа хәҙер шулаймы?
Читайте нас: