Все новости
Мәҙәниәт
4 Мая 2018, 12:21

АЛТЫ МӨҒЖИЗӘ ӘСИР ИТТЕ

«Өс мөғжизә мине әсир алды — ер, йәнә күк, йәнә ҡатын кеше», - тип, Мостай Кәримдең шиғыр юлдары менән башлап ебәрҙе Ғаилә йылына арналған «Миссис Көйөргәҙе районы — 2018» конкурсын алып барыусыларҙың береһе Азамат Туйгилдин.

«Өс мөғжизә мине әсир алды — ер, йәнә күк, йәнә ҡатын кеше», - тип, Мостай Кәримдең шиғыр юлдары менән башлап ебәрҙе Ғаилә йылына арналған «Миссис Көйөргәҙе районы — 2018» конкурсын алып барыусыларҙың береһе Азамат Туйгилдин.

Ә беҙҙе был кисте өс кенә түгел, бер юлы алты мөғжизә әсир итте тиһәм, һис тә шаштырыу булмаҫ. Районыбыҙҙың алты гүзәл заты, уңған ҡатындар һәм әсәләр — Екатерина Ниғмәтова (Айсыуаҡ), Диана Хоҙайбирҙина (Ермолаево), Ольга Александрова (Ермолаево), Альбина Бәширова (Шәбағыш), Мәүсилә Исмәғилева (Йомағужа), Юлия Захарова (Ермолаево) үҙҙәренең сығыштары менән барлыҡ тамашасыларҙы хайран иттеләр был көндө.

Тәүге «Визитка» конкурсында күп балалы әсә Екатерина Ниғмәтова үҙенең ҙур, матур ғаиләһе, балалары хаҡында һөйләгән саҡта, күңеле тулышып китеп, әҙерәк илап та алды. «Батыр» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Диана Хоҙайбирҙина ғаиләһенә, эшенә булған һөйөүен төрлө хуш еҫтәр ярҙамында бик үҙенсәлекле итеп күрһәтеүгә иреште. Башҡа ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа бер-бер артлы үҙҙәренең татыу ғаиләһе менән төрлө ҡыҙыҡлы формала таныштырып үтте. Артабан эшлекле костюмда сыҡҡан конкурсанттарҙың һәр береһенә ҡыҫҡа яуап бирерлек 4-шәр һорау бирелде. Бәйгеселәр был һынауҙы ла лайыҡлы үтәне.

Барыһына ла иң оҡшағаны 3-сө этаптағы ниндәйҙер бер билдәле фильм йәки телетапшырыуҙан өҙөк күрһәтеү булғандыр. Бында ла гүзәл ханымдар үҙҙәренең бик талантлы артистар икәнен күрһәтеүгә өлгәште.

Екатерина тормош иптәше Илдар менән билдәле «Служебный роман» киноһы артистарын уҙҙырып ебәрҙе. Диана Хоҙайбирҙина 1-се каналдың алып барыусыһы Елена Малышеваны оҫта килештерҙе, ә Альбина Бәширова ҡыҙҙары менән «Мама» фильмының йырын сәхнәләштерҙе. Мәүсилә Исмәғилеваны бөгөндән үк «Давай поженимся!»ны алып барырға ҡушһаң да булыр, сөнки уны тапшырыуҙы алып барыусы Лариса Гузееванан айырырлыҡ та түгел ине.

Матур күлдәктәрҙә тамашасыға сығып күренеү — һәр гүзәллек конкурсының мөһим этабы. Кешене сепрәк биҙәмәй тиһәләр ҙә, биҙәй икән шул. Гүзәл ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ был конкурста тағы ла сибәрерәк, тағы ла күркәмерәк күренде.

Шулай итеп шаулап-гөрләп үтеп китте «Миссис Көйөргәҙе районы — 2018» конкурсы. Бик шәп булды, тип баһалайбыҙ беҙ уны. Ҡатын-ҡыҙҙың матурлығы, ысын мәғәнәһендә, донъя көткәндә, ир менән йәшәгәндә, бала тәрбиәләгәндә асыла, ошо сифаттары булған гүзәлдәр сыҡты сәхнәгә, быны ситтән ҡарап ултырыу үҙе бер кинәнес ине — бәхетле ир ҡатыны, әсә, милләт киләсәге... Район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтовтың да үҙенең тормош иптәше менән был матур тамашаны күрергә килеүе сараға ҙур мәртәбә өҫтәне. Әхәт Йәүҙәт улы райондағы бер ваҡиғаны ла күҙ уңынан ысҡындырмай. Унан үрнәк алып, ошондай күркәм сараларға халыҡ тағы ла күберәк йөрөһә, бигерәк яҡшы булыр ине, әлбиттә.

Бик оҙаҡ бәхәсләшкәндән һәм кәңәшләшкәндән һуң жюри ағзалары, ниһайәт, урындарҙы билдәләне. «Миссис Көйөргәҙе районы — 2018» титулын Екатерина Ниғмәтова яуланы. Бынан тыш һәр бер конкурсантты номинацияларҙа билдәләп, Почет грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Районыбыҙҙың һылыу ҙа, уңған да ҡатын-ҡыҙҙарын «Юшатыр» ҙа бүләкһеҙ ҡалдырманы. Был юлы «Юшатыр»ҙың махсус бүләге һәм Маҡтау грамотаһы беҙҙең күңелде яулап алырға өлгөргән Альбина Бәшироваға насип булды.


Гран-при - Екатерина Ниғмәтова;

Миссис Мөләйемлек - Диана Хоҙайбирҙина;

Миссис Тамашасы һөйөүе - Ольга Александрова;

Миссис Позитив - Мәүсилә Исмәғилева;

Миссис Грация - Альбина Бәширова;

Миссис Фотомодель - Юлия Захарова




Екатерина НИҒМӘТОВА,

Гран-при яулаусы:

- Ошондай матур конкурста ҡатнашҡаным өсөн сикһеҙ шатмын. Был сараны ойоштороусыларға оло рәхмәт әйткем килә. Һәр бер ҡатнашыусы кеүек үк минең дә еңеүгә ышанысым ҙур ине. «Миссис Көйөргәҙе районы — 2018» тажы алыуыма мин бик шатмын һәм бәхетлемен. Әлбиттә, конкурста ҡатнашыусы барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙар ҙа еңеүсе булырға лайыҡлы ине. Миңә һәр яҡлап терәк-таяныс булып торған ғаиләмә, яратҡан тормош иптәшемә, балаларыма ҙур рәхмәт. Тик уларҙың ярҙамы менән генә мин ошо оло еңеүгә өлгәштем. Минең балаларым — минең байлығым. Был конкурста ла мин балаларым, ғаиләм хаҡына ҡатнаштым. Ошондай матур конкурстар күберәк булһын ине. Бындай саралар районыбыҙҙы данларға, үҙеңдең Тыуған илеңде ҡәҙерләргә, үҙебеҙҙең Көйөргәҙе районы менән ғорурланырға булышлыҡ итә.


Альбина БӘШИРОВА,

«Юшатыр» гәзите призына

лайыҡ булыусы:

- Мин Шәбағыш ауылы балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләйем. Конкурс миңә бик тә оҡшаны. Унда ҡатнашыуыма бер ҙә генә үкенмәйем. Ошондай күркәм сара ойоштороусыларға ҙур рәхмәт. Мин бында бик күп ыңғай тәьҫораттар алдым! Тәүҙә был конкурста ҡатнашырғамы, юҡмы тип бик оҙаҡ ҡына уйлап йөрөнөм, ныҡ тулҡынландым, шулай ҙа бар көсөмдө йыйып, ҡатнашырға булдым. Бындай конкурстар, һис шикһеҙ, кәрәк! Барыһына ла ошондай бәйгеләрҙә ҡатнашығыҙ, тип әйткем килә. Бындай конкурстарҙа үҙ-үҙеңде асаһың һәм артабанғы тормошҡа тағы ла ышаныслыраҡ аҙымдар менән атлайһың. Әгәр тағы ла ошоноң кеүек конкурстарҙа ҡатнашырға мөмкинлек тыуһа, һис шикһеҙ, тағы ла ҡатнашасаҡмын! Рәхмәт, ойоштороусыларға! Рәхмәт, «Юшатыр»ға! Рәхмәт, миңә ярҙам иткән, минең өсөн көйгән ғаиләмә, балаларыма, туғандарыма, дуҫтарыма һәм барлыҡ яҡташтарыма!
Читайте нас: