Үткән дүшәмбе көндө, Ялсыҡай ауыл клубының сәхнәһендә Рәлиф Кинйәбаевтың «Айғырыңды үтескә бир « исемле пьесаһы сәхнәләштерелде.
Театр коллективының режиссеры Хәлимә Аҡсурина китапты, Өфөгә барып, авторҙың үҙенән алып ҡайтты. «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Рәлиф Кинйәбаев һәүәҫкәр артистарға уңыштар теләп ҡалған.
Спектакль ауыл тормошо, геройҙарының ябай крәҫтиәндәрҙең колхоздар тарҡалғас үҙ аллы йәшәп китә алмай яфа сигеүҙәре һәм, әлбиттә, мөхәббәт тураһында ине. Ауылдаштарыбыҙҙың шығырым зал булып тулып, ихлас күңелдән көлөп, ҡул сабып дәртләндереп ултырыуҙары ҡатнашыусыларға көс өҫтәне. Һәүәҫкәр артистар: Илһам Ҡотлогилдин, уның ҡатыны Фәнүзә, Мәҙинә Ишмөхәмәтова, Алһыу Аҡсурина, Владислав Исаков, Ринат Вәлидов, Шамил һәм Хәлимә Аҡсуриндар, суфлер Мәҙинә Ҡунаҡҡолова ауылдаштарына оло байрам бүләге яһанылар, ысын күңелдән ҙур рәхмәт бөтәһенә лә.
Ошо ғаилә йылына бағышланған спектакль менән күрше Таймаҫ ауылына ла барырға уйлайҙар, уңыштар уларға.
Киләсәктә лә ауылыбыҙҙың сәхнәһен һәр саҡ гөрләтеп торорлоҡ үҙ «артистарыбыҙ» булыр һәм уларҙың ижадын яратып ҡабул иткән тамашасылар тағы ла күбәйер, тигән өмөттә ҡалабыҙ!