Все новости
Мәҙәниәт
4 Мая 2018, 12:10

РӘХӘТЛӘНЕП БЕЙЕНЕЛӘР

29 апрелдә Яңы Мораптал мәҙәниәт йортонда Халыҡ-ара бейеү көнөндә Рудольф Нуриевтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған ҙур байрам үтте.

29 апрелдә Яңы Мораптал мәҙәниәт йортонда Халыҡ-ара бейеү көнөндә Рудольф Нуриевтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған ҙур байрам үтте.

Күркәм байрам концертында Яңы Морапталдан «Нур», 1-се Иманғолдан «Калейдоскоп», 2-се Иманғолдан «Шарм», «Умырзая» (етәксеһе Венер Хәмитов), «Карусель» (етәксеһе Венера Кинжалеева) бейеү ансамблдәре, Октябрьскийҙан «Эдельвейс» (етәксеһе Яна Подлужная) халыҡ бейеү ансамбле ҡатнашты. Сәхнәлә 100 бейеүсе 26 төрлө халыҡ һәм бал бейеүҙәре башҡарҙы.

Тамашасыға һәм шулай уҡ ҡатнашыусыларға бик оҡшаны был байрам. Улар ошо сараны ойоштороусы, режиссер һәм балетмейстер Венер Хәмитовҡа оло рәхмәт белдерҙе. Байрамға килгән ҡунаҡтар ҙа буш ҡул менән килмәгән. Райондың «Йәшлек» мәҙәниәт һарайы директоры Ирина Песецкая район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлфиә Вахитова исеменән һәр бер ансамблгә Рәхмәт хаты, Венер Хәмитовҡа район хакимиәте башлығы урынбаҫары Люциә Хәмитова исеменән Рәхмәт хаты, Мораптал ауыл советы хакимиәте башлығы Аскар Кинжалеев 5 000 һумлыҡ сертификат тапшырҙы. Шулай уҡ мәртәбәле сарала Күмертау ҡалаһы мәҙәниәт идаралығы директоры Светлана Тураева, Киров исемендәге хужалыҡ рәйесе Рәмил Туҡаев та бар ине.

Һәр бер сығыш яһаусыны 300-ләгән тамашасы дәррәү алҡыштарға күмде. Концерт аҙағында сәхнәгә 13 килограмлыҡ торт сығарылды, 3-әр метрлы фейерверктар атылды.
Читайте нас: