Все новости
Мәҙәниәт
4 Мая 2018, 11:50

ЙЫЛ ДА ОҪТА УЙНАЙҘАР

29 апрелдә Илкәнәй артистары Туфан Миңнуллиндың “Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр” исемле драмаһын сәхнәләштерҙе.

29 апрелдә Илкәнәй артистары Туфан Миңнуллиндың “Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр” исемле драмаһын сәхнәләштерҙе.

Улар йыш ҡына ауылыбыҙ халҡы күңелен күтәреп, төрлө сара ойоштороп матур ял бүләк итәләр. Был юлы ла Ғәлиә Вахитова, Гүзәл Мөхәмәтшина, Фәйрүзә Сафарова, Зөлфиә Араптанова, Лариса Нуриева, Рәмзиә Хәсәнова, Рөстәм Вахитов, Рузалия Аҡбулатова, Фәрзәнә Мөхәмәтшина, Рина Әхтәмовалар матур сығыш яһап, үҙ ролдәрен килештереп уйнаны. Әҫәрҙе музыкаль яҡтан биҙәүсе Әлфиә Аҙнабаева ла афарин. Йыл да төрлө спектаклде оҫта сәхнәләштереүсе артистарыбыҙға ҙур рәхмәт. Уларҙың эштәрендә уңыштар, ғаиләләрендә именлек теләйбеҙ.

Рәйфә БУРАНҒОЛОВА
Илкәнәй ауылы

Читайте нас: