Все новости
Мәҙәниәт
18 Мая 2018, 12:36

ИРӘЙЕП СЫҒЫШ ЯҺАНЫЛАР

“Тамыр” телестудияһы “Сулпылар” конкурсы еңеүселәре менән 15 майҙа оло концерт күрһәтте. Өлгөлө “Аҡбуҙат” башҡорт фольклор ансамблен саҡырып, Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы исеменә лә хат килгәйне.

“Тамыр” телестудияһы “Сулпылар” конкурсы еңеүселәре менән 15 майҙа оло концерт күрһәтте. Өлгөлө “Аҡбуҙат” башҡорт фольклор ансамблен саҡырып, Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы исеменә лә хат килгәйне.

Районыбыҙҙың ышанысын аҡлап сығыш яһау өсөн йырсылар Айҙар Мөхәмәтшин, Илшат Рамаҙанов, бейеүсе Аделина Үтәгәнова ата-әсәләре, олатай-өләсәйҙәре ярҙамы менән бер ай ныҡлы әҙерләнде. Уларҙың яратып башҡарған башҡорт халыҡ йыры “Маһисәрүәр”ҙе зал оло алҡыштарға күмде. Ағинәйҙәрҙән, башҡа күренекле шәхестәрҙән, “Тамыр” студияһының директоры Гөлназ Ҡолһаринанан башлығыбыҙ Әхәт Ҡотлоәхмәтов исеменә, етәкселәргә рәхмәт һүҙҙәре ишетеү, күңелдәргә тағы ла дәрт-дарман, илһам өҫтәне. Балаларыбыҙ ҙа ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙе. Шулай булмай ни! Йыраҡ ауылдарҙан репетиция тип ваҡыттарын йәлләмәй, дәрестәрен ҡалдырып, юл хаҡтарын иҫәпләмәй алһыҙ-ялһыҙ тир түгеп эшләгән эштең һөҙөмтәһе бит ул. Ул ғынамы? Район хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы биргән 20 мең һумға, “Ашҡаҙар таңдары”нда “Аҡбуҙат”тар икенсе урын яулап алған 15 мең һумға матур, зауыҡлы костюмдар тегелде. Яңы костюмдарҙа балалар ирәйеп, дәртләнеп сығыш яһаны. Балаларыбыҙҙы концертҡа алып барыуҙа ярҙам иткәндәре өсөн Әхәт Ҡотлоәхмәтовҡа, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлфиә Вахитоваға, “Йәшлек” мәҙәниәт һарайы директоры Ирина Песецкаяға, ата-әсәйҙәрҙән Йәүҙәт Мөхәмәтшинға коллектив исеменән оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.


Читайте нас: