Яҡташтар, «Юшатыр» гәзитенә икенсе ярты йылыҡҡа яҙылыу бара. Әле, етмәһә, ун процентҡа ташлама менән был аҙнала арзаныраҡ хаҡҡа ла яҙылырға була икән.
Бик мәғәнәле гәзит ул. Күп матбуғат баҫмаларын сағыштырып уҡый-уҡый шуны аңланым. Китап, гәзит-журнал уҡымаған кешеләрҙе наҙан тиҙәр, дөрөҫ әйтәләр икән. Ә бына «Юшатыр»ҙы уҡымаған кешеләрҙе мин сей наҙан тиер инем.
Туған телебеҙҙә сыҡҡан гәзит битендә күпме талантлы яҡташтарыбыҙҙың әҫәрҙәре тәү башлап баҫыла. Закир Әкбәров оҫта мәҫәлсе булараҡ иң тәүҙә ҡайҙа танылды? «Юшатыр»ҙа. Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, талантлы яҡташыбыҙ Кинйәғәли Абдуллиндың ҡәләменән сыҡҡан шиғырҙары иң тәүҙә ҡайҙа баҫыла? Әлбиттә, «Юшатыр»ҙа. Фәнир Малбаевтың шиғыр, мәҡәләләре, гәзиткә биргән интервьюлары бик оҡшай. Ә элек район гәзите дубляж ғына булып сыҡҡанда ундай мөмкинлектәр юҡ ине бит. Теләгән бер кеше үҙ туған телендә рәхәтләнеп, иркенләп яҙыша ала хәҙер «Юшатыр» биттәрендә. Тел төбөмдөң нимәгә барғанын төшөнгәнһегеҙҙер, яҡташтар: гәзиткә яҙышыу – бер, иң мөһиме «Юшатыр»ҙы яҙҙырып уҡырға кәрәк. Беҙ яҙҙырмаһаҡ, кем яҙҙырыр! Тиражы кәмеһә, шартлатып ябып та ҡуйырҙар. Мәктәп, ФАП-тарҙы япҡан кеүек. Көтөргә була ул ундай хәлде. Шуға күрә булған гәзитебеҙҙең ҡәҙерен беләйек, күмәкләп күҙ ҡараһындай һаҡлайыҡ уны.
Әле яңыраҡ берәүҙәрҙең үҙ-ара һөйләшеп торғаны ҡолаҡҡа килеп ишетелде. (Нишләтәһең, ҡолаҡ Аллаһы Тәғәлә тарафынан шул ишетер өсөн бирелгән тән ағзаһы бит инде.) Береһе икенсеһенә, «Юшатыр»ға ҡотлау бирергә ине, шәп гәзит, тиҙәр, алдырғаным юҡ, ти. Бына һиңә мә! Ят та үл. Ҡотлау бирергә аҡсаһы бар, ә гәзиткә яҙылырға юҡ! Теләһәң, табырға була бит ул. Әгәр остоҡтай ғына рухың булһа.