Все новости
Мәҙәниәт
25 Мая 2018, 12:12

ҠАЛАНЫҢ ЙӘШТӘШЕ

27 майҙа – Дөйөм Рәсәй Китапханалар көнөндә – Күмертау Үҙәк ҡала китапханаһы үҙенең 65-йыллығын билдәләй.

27 майҙа – Дөйөм Рәсәй Китапханалар көнөндә – Күмертау Үҙәк ҡала китапханаһы үҙенең 65-йыллығын билдәләй.

Был – ҡалалағы беренсе китапханаларҙың береһе. Ул 1953 йылда Маяҡ ҡасабаһы китапханаһы базаһында төҙөлә. Үҙәк ҡала китапханаһы ул ваҡытта 1-се китапхана тип атала. Уның беренсе мөдире Ф.М. Ғәлимуллина була. Китапхананың китап фонды 200 дана иҫәпләнгән, йылдар үтеү менән, 50-се йылдар аҙағына 10 мең китапҡа тиклем барып етә. Халыҡ һәр ваҡыт был йәмле мәҙәниәт усағына ашҡынып килгән, яңы китаптар менән танышҡан, барлыҡ сараларҙа ла ихлас ҡатнаша торған булған.

Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының һәм Үҙәк ҡала китапханаһының директоры итеп 1979 йылда Е.И. Ишбирҙина тәғәйенләнә. 1992 йылдан алып был вазифала Әлфиә Фәйзрахман ҡыҙы Шәмиғолова эшләй. Ул – юғары кимәлдәге профессиональ. Әлфиә Фәйзрахман ҡыҙы етәкселек итеү ваҡытында китапханаларҙы модернизациялау һәм яңыртыу бара. Был йылдарҙа китапханаға инициативалы йәш белгестәр эшкә килә. Күмертау ҡала китапханалар селтәре – күрһәткестәре юғары булған, йыл да республика конкурстарында еңеү яулаусы республика алдынғыларының береһе.

Әлфиә Шәмиғолова китапханаларҙы хеҙмәтләндереүҙә яңы уңыштарға өлгәшкәне өсөн 2002 йылда РФ Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы, 2010 йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булды.

Ҡала Үҙәк китапханаһы оҙаҡ йылдар буйы уҡыусыларҙы тулыһынса хеҙмәтләндереүгә ҡулайлаштырылмаған төрлө биналарҙа урынлаша. 2000 йылда ҡала хакимиәте инициативаһы буйынса Үҙәк ҡала китапханаһы К. Маркс урамы, 24-се йорт адресы буйынса урынлашҡан хакимиәт корпусы бинаһына күсә. Ошо ваҡыттан алып китапхана икенсе һулыш ала: ҡала халҡының рухи һәм мәҙәни тормошоноң үҙәгенә әйләнә. 2003 йылда китапхана «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы китапханаһы» республика конкурсында еңеүсе дипломын ала. Ошо йылдарҙа китапханаға Татьяна Масальская, Марина Советова, Лилиә Манғотова, Ләлә Шәрипова, Елена Макарова, Гөлшат Уразбаева кеүек әүҙем, инициативалы, ижади белгестәр килә.

Бөгөн Үҙәк ҡала китапханаһы – беренсе сиратта, шәхескә һәм уның үҙгәреп торған ихтыяжына йүнәлтелгән йәмәғәт тормошоноң үҙәге, кеше үҙен тыныс итеп тойған ял итеү мөйөшө һәм шулай уҡ мәғлүмәт алыу ғына түгел, башҡа кешеләр менән аралашыу урыны. Шуға ла ҡала халҡы бында бик теләп килә.

Гөлшат УРАЗБАЕВА,
Күмертау үҙәк китапханаһының милли әҙәбиәт
бүлеге мөдире
Күмертау ҡалаһы


Читайте нас: