Все новости
Мәҙәниәт
25 Мая 2018, 12:14

«БАШҠОРТ ХАНЫ» – КӨЙӨРГӘҘЕЛӘ

Яңы Мораптал мәктәбендә уҡыусыларҙың фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙған көндө Мораптал мәҙәниәт йортонда райондың мәҙәни тормошонда иҫтә ҡалырлыҡ тағы ла бер ваҡиға булды. Ул – яҡташыбыҙ, хәҙер исеме башҡорт тарихсылары араһында яҡшы билдәле Йәдкәр Әхәт улы Бәшировтың «Башҡорт ханы» китабының исем туйы.

Тыуған яғына ашҡынып ҡайтҡан Йәдкәр ағай тарих һөйөүселәргә үҙенең китабы, унда күтәрелгән ғилми проблемалар хаҡында ентекле бәйән итте.

Аҙағыраҡ Йәдкәр ағай, уның тормош иптәше, билдәле башҡорт шағирәһе Фирҙәүес Бәширова апай менән бер килке фәһемле әңгәмә ҡорҙоҡ, тарихта беҙ белмәгән апаруҡ нәмәләрҙе һөйләне улар. Баҡһаң, Башҡорт хан тигән шәхес бөтә урыҫтарҙы берләштергән, ерҙәре Дунай яҡтарына хәтлем булған икән. Барлыҡ сығанаҡтарҙы яҡташ һәүәҫкәр тарихсыбыҙ Германия, Төркиә, Мәскәү архивтарынан, тағы әллә ҡайҙарҙан эҙләп, юллап тапҡан. Йәдкәр ағай, эҙләнә торғас, тарихи документтар ерлегендә үҙенең башҡорт икәнен дә соҡоп сығарған. Башҡорт бөтмәй торған халыҡ, тип ҙур өмөт уятты беҙҙә автор. Хәйер, былар хаҡында барыһы ла Йәдкәр ағайҙың «Башҡорт ханы» тигән китабында ентекле яҙылған.

Тап ошо яңы китаптың исем туйын үткәрергә килгән дә инде Ҡазанда йәшәгән беҙҙең данлыҡлы яҡташтарыбыҙ. Яңы Мораптал мәҙәниәт һарайында китап туйы ғына түгел, тарихҡа ҙур сәйәхәт ҡылыу булды был көн.

Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы Сулпан Миңлебаева Йәдкәр Әхәт улының изге эш башҡарыуын әйтеп, уға «Урал батыр» эпосын бүләк итте. Сығышының аҙағында арнап яҙған шиғырын уҡыны һәм китабығыҙ «Урал батыр» эпосы һымаҡ ғүмерле булһын, тип теләне.

Читайте нас: