Все новости
Мәҙәниәт
25 Мая 2018, 12:09

ЭШЕ ЕҢЕЛДӘН ТҮГЕЛ

Ҡайһы ғына китапханасыны алма, китап уҡыусылар мәнфәғәтен үҙенекенән алғараҡ ҡуйып, килеүселәрҙең ялын файҙалы һәм күңелле итеп ойошторор өсөн бик күп көс һала улар. Шундай уңған гүзәл заттарыбыҙҙың береһе – Таңһылыу Шәйәхмәт ҡыҙы Исламғолова өс тиҫтә йылдан артыҡ ғүмерен яратҡан һөнәренә бағышланы.

Ҡайһы ғына китапханасыны алма, китап уҡыусылар мәнфәғәтен үҙенекенән алғараҡ ҡуйып, килеүселәрҙең ялын файҙалы һәм күңелле итеп ойошторор өсөн бик күп көс һала улар. Шундай уңған гүзәл заттарыбыҙҙың береһе – Таңһылыу Шәйәхмәт ҡыҙы Исламғолова өс тиҫтә йылдан артыҡ ғүмерен яратҡан һөнәренә бағышланы.

Халыҡты китап уҡырға йәлеп итер өсөн ниндәй генә саралар ойошторолмай Яҡут ауыл китапханаһында. Быйылғы «Ғаилә йылын» ғына миҫалға килтерһәк, уға төрлө саралар бағышланып тора: Ҡатын- ҡыҙҙар көнөнә «Әсәйем, мин – уҡымышлы ғаилә» конкурсы, «Ғаиләбеҙ менән китап уҡырға яратабыҙ», уҡылған китаптарҙан викторина һорауҙары һ.б.

Быйылғы йыл «Ирекмәндәр йылы» тип тә иғлан ителде. Ошо уңайҙан китапханала эшләп килгән «Күңел нуры» тип аталған ҡатын-ҡыҙҙар түңәрәге үҙҙәрен ысын ирекмәндәр итеп күрһәтте: оло быуын кешеләрен тыуған көндәре менән ҡотланылар, матур, татыу, китап уҡырға яратҡан ғаиләләрҙе тәбрикләнеләр. Төрлө бәйләмдәр бәйләп, яҙғы һыуыҡта уларҙы балалар приютына алып барҙылар. Был инде ысын ихтирамға лайыҡ эштәр. Туған тел көнөнә шиғыр бәйгеһе үткәрелде. Үҙҙәре хатта шиғыр ҙа ижад итеп ҡуялар, барыһына ла өлгөрәләр.

Айырыуса балалар менән күп эш башҡарыла китапханала. Балалар китабы аҙнаһы күңелле үтә, балалар яҙыусыларының юбилейҙары билдәләнә. Төрлө викториналар, конкурстар үтеп тора.

Балалар баҡсаһына ла Таңһылыу Исламғолова апай йыш бара, китап уҡыһындармы йәки әкиәт һөйләһендәрме – ял минуттарын бик күңелле итеп үткәрәләр. «Телем – байлығым» акцияһында ла әүҙем ҡатнашты Яҡут китап һөйөүселәре. Нисә йыл инде «Китапхана төндәре» акцияһы уңышлы үтә.

Китапханасының эше еңелдән түгел, хәҙерге заман китапханасыһы тарихты яҡшы белергә, туған телен тәрәндән өйрәнергә тейеш. Йәш быуын вәкилдәре туған телен, тыуған ерен һәйбәт белһен өсөн, төрлө әҙәби кисәләр үткәрә Таңһылыу апай.

Яҡут ауылы мәҙәниәт йортонда икенсе йыл «Ағинәйҙәр» ойошмаһы эшләп килә, уның ағзалары ла киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә күп көс һала. Таңһылыу апай – ошо ойошма эштәренең уртаһында йөрөүсе. Уның уңғанлығы, ойоштороу һәләтлелеге арҡаһында Яҡут ауылы китапханаһы матур ғына эшләп килә. Ун меңгә яҡын китап иҫәптә тора. Яҡуттар элек-электән китап уҡырға яратҡан. Был күркәм йола киләсәктә лә дауам итер, һәм Таңһылыу Шәйәхмәт ҡыҙы шул йәһәттән яңы эштәре менән ҡыуандырыр, тип ышанғы килә.

Юлиә МИҢЛЕБАЕВА,
район үҙәк китапханаһы директоры


Читайте нас: