Все новости
Мәҙәниәт
29 Мая 2018, 11:55

ҺАУА ТОРОШО ҠЫУАНДЫРМАҺА ЛА…

26 майҙа Абдулда Йорт алды көнө байрамы үтте. Уны ауыл мәҙәниәт усағы етәксеһе Ю. Ниғмәтуллина ойошторҙо.

26 майҙа Абдулда Йорт алды көнө байрамы үтте. Уны ауыл мәҙәниәт усағы етәксеһе Ю. Ниғмәтуллина ойошторҙо.

Байрамға бик күп балалар ата-әсәләре менән бергә килде. Улар береһенән береһе матур йырҙар йырланылар, бейенеләр. Күңелле уйындар ҙа ойошторолдо. Сара ауыл клубы алдында үткәрелде.

Бындай байрам Абдулда беренсе тапҡыр булһа ла, ул барыһына ла оҡшаны. Киләһе йылда ла үткәрергә кәрәк, тигән берҙәм фекергә килде абдулдар. Бөтә балаларға приздар менән тәмлекәстәр бирелде. Һауа торошо ҡыуандырмаһа ла, байрам шәп үтте.
Читайте нас: