Был саранан оҙайлы ҡыштан һуң һаман йоҡомһораған һымаҡ булған күрше-күлән уянып, дәртләнеп китте, тиҙәр. Үҙҙәре ҡасандыр һайлап ҡуйған депутаттары Рәүеф Намаҙғолов та, килеп, байрамға йәм өҫтәгән. Ермолаево ауыл биләмәһе хакимиәтенән Л. Фәйзуллина ла был байрамдан ситтә ҡалмаған. Власть вәкилдәре «Берҙәм Рәсәй» партияһы исеменән бүләктәр таратҡандар. Аҙаҡ, әлбиттә, бергәләшеп сәй эскәндәр. Киләһе йылда ла ошолайтып ишек алды байрамы үткәрергә кәрәк, тип ҡыҙыша Айсыуаҡ халҡы.