Все новости
Мәҙәниәт
19 Июня 2018, 11:08

ЮШАТЫР БУЙЫНДА – «КӘКҮК СӘЙЕ»

Беҙҙең Түбәнге Бабалар ауылында «Кәкүк сәйе» байрамы үтте.

Беҙҙең Түбәнге Бабалар ауылында «Кәкүк сәйе» байрамы үтте.

Ағинәйҙәребеҙ, каникулға өләсәйҙәренә килгән балалар, мәктәп уҡыусылары, йыйылышып, йәмле Юшатыр йылғаһы буйына байрам итергә сыҡты.

Самауыр сәйе эсеп, тәмлекәстәр менән һыйланып, төрлө уйындар («Аҡ тирәк, күк тирәк», «Сырмалсыҡ», «Һәпәләк», «Өйрәк атыш»), футбол уйнап, йомаҡтар әйтешеп, йырлап күңел астылар. Балаларға шундай матур, күңелле ял ойошторғандары өсөн ағинәйҙәребеҙ Земфира Вәлиеваға, Айһылыу Ишмөхәмәтоваға, Рәмилә Ғәниеваға, Зилә Әйүповаға, Гөлгөнә Исхаҡоваға, береһенән-береһе тәмле ризыҡтар бешереп ебәргән ата-әсәләргә ҙур рәхмәттәребеҙҙе әйтәбеҙ. Халҡыбыҙҙың был күркәм йолаһы алдағы йылдарҙа ла үткәрелер, тип ышанабыҙ, сөнки ул – балаларға тәрбиә биреүҙә ғайәт тә үтемле мәҙәни сара.

Гөлназ ӘХМӘТОВА


Читайте нас: