Әле теге, әле был районда ағинәйҙәрҙең ҡор йыйыуҙары тураһында беҙ хәбәрҙәр булып торабыҙ. Һәм бына 23 июндә оло ҡорға Башҡортостан ағинәйҙәрен бөрйәндәр йыйҙы.
Республикабыҙҙың 19 районынан ағинәйҙәр йыйылды был көндө ҡунаҡсыл Бөрйән ерендә. Ошо иҫәптән Көйөргәҙе районынан да 4 ағинәй ҡатнашлыҡ итте был мәртәбәле сарала. Керәүле-Илюшкин ауыл советынан, Ямаш ауылы ағинәйе Миңйыһан Юныс ҡыҙы Ниғмәтова, Аҡһары ауылынан Гөлсөм Нәби ҡыҙы Сәлихова, Илкәнәйҙән Гөлдәр Шәфҡәт ҡыҙы Шәмсетдинова һәм мин – Тамара Малбаева.
Иҫке Собханғол ағинәйҙәре һәр килгән делегацияны икмәк-тоҙ, йыр-бейеү, йор һүҙ менән ҡаршы алып, район мәҙәниәт һарайына саҡырып торҙо. Фойела килгән ҡунаҡтарға ҡул эштәре күргәҙмәһе тәҡдим ителде. Бигерәк тә күҙҙең яуын алып, үҙенә тартып тороусы ҡорама эштәре булды. Ниндәй генә әйбер эшләмәгәндәр ҡораманан Бөрйән ағинәйҙәре. Түшәк, юрған, мендәр тыштары, төрлө-төрлө сумкалар, аш-һыу бүлмәһе өсөн тегелгән кәрәк-яраҡтар, хатта балаларға күҙ теймәһен өсөн тегелгән төрлө бетеүҙәр, уйынсыҡтар, ултырғыс япмалары, ғөмүмән әйткәндә, күҙҙең яуын алып торған иҫ китмәле әйберҙәр. Юҡҡа ғына бит улар 2017 йылда ҡорама эштәре буйынса Республиканың 250 меңлек грантына лайыҡ булманы.
Был ҡорҙа Бөрйән районы Хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улы Шәрипов ҡатнашлыҡ итте һәм үткәрелгән сараға мәртәбә генә өҫтәп ебәрҙе. Ул килгән ҡунаҡтарҙы ҡотлап уңышлы эш теләне, Бөрйән районының әүҙем ағинәйҙәренә Рәхмәт хаттары, бүләктәр тапшырҙы. Шулай уҡ уларға Рәхмәт хаттарын Республикабыҙҙың төп ағинәйе, «Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева һәм Мәғариф министрлығы хеҙмәткәре, Башҡортостандың ҡоролтай вәкиле Рәйсә Күзбәкова ла тапшырҙы.
Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева үҙ сығышында Бөрйән ағинәйҙәренең үҙ кәрәк-яраҡтарына яйлап ҡына булһа ла аҡса эшләй башлауҙарын әйтте. Бына ошолай һәр-бер район үҙ йүнәлешен табып, шул йүнәлеш буйынса эште әүҙемләштереү буйынса ҙур көстәр һалып башҡарырға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте. Шулай эшләгәндә генә беҙҙең йолаларыбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ һаҡланып ҡаласаҡ, киләсәк быуындарға барып етәсәк, тине ул.
Рәйсә Күзбәкова үҙ сығышында күберәк тел мәсьәләһенә иғтибарын йүнәлтте. Балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәрен асыу, мәктәптәрҙә лә башҡорт телен уҡытыуға иғтибарҙы ҙурайтыу, ҡағыҙҙа ғына түгел, ә ысынбарлыҡта башҡорт телен уҡытыуға ныҡлы әһәмиәт биреүҙе һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Һәр-бер сығыш концерт номерҙары, фольклор коллективтарының сығыштары менән үрелеп барҙы. Юл оҙаҡ, ауыр булһа ла, осрашып, һөйләшеп, аралашып ултырыуҙар йөрәктәргә дәрт, күңелдәргә хис өҫтәне.
350 тамашасы һыйҙырырлыҡ зал аллы-гөллө милли кейем, ҡашмау кейгән, түшелдерек таҡҡан ағинәйҙәр менән шығырым тулы булды. Рәсми өлөштән һуң ағинәйҙәрҙе ҡорбан ашына саҡырҙылар. Был көндө ағинәйҙәр генә түгел, бөтә ауыл байрам итте. Өс кеше, ҡорбан салып, килгән ҡунаҡтар өсөн аш-һыу әҙерләгән.
Бына шулай хозур тәбиғәтле, асыҡ күңелле, рухи яҡтан дәртле Бөрйән районында булып ҡайтыуыбыҙға бик шатбыҙ, һәм ошо сараға барыу өсөн беҙҙең делегацияны машина менән тәьмин иткән Көйөргәҙе районы Хакимиәтенә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Тамара МАЛБАЕВА,
райондың баш ағинәйе