Все новости
Мәҙәниәт
29 Июня 2018, 12:26

«СЕР АСЫЛДЫ»

Кисә ҡаланың үҙәк китапханаһында Закир Әкбәровтың быйыл татар телендә донъя күргән «Йылдар һәм юлдар» романы буйынса фекер алышыу кисәһе ойошторолдо. Сараға был китапты уҡып сыҡҡан район һәм ҡаланың әҙәбиәт белгестәре, Закир Насир улының туғандары, таныштары, әҫәр геройҙарының ҡайһы бер прототиптары килгәйне.

Кисә ҡаланың үҙәк китапханаһында Закир Әкбәровтың быйыл татар телендә донъя күргән «Йылдар һәм юлдар» романы буйынса фекер алышыу кисәһе ойошторолдо. Сараға был китапты уҡып сыҡҡан район һәм ҡаланың әҙәбиәт белгестәре, Закир Насир улының туғандары, таныштары, әҫәр геройҙарының ҡайһы бер прототиптары килгәйне.

Кисәне асып, Закир Әкбәров: «Уйланыу һәм фекер алышыуға ҡоролған был осрашыуға әҫәрҙе уҡып сыҡҡан кешеләр саҡырылды. Роман тураһында төрлө кешенән төрлө фекер ишетергә тура килде. Бөгөн мин үҙемде борсоған бер һорауға яуап табырға килдем: «Әҙәби әҫәр тыуҙыра алғанмынмы, юҡмы?», - тигән һорау ҡуйҙы.

Күмертау яҙыусылар ойошмаһы рәйесе Рима Арыҫланова: «Был әҫәр - татар әҙәбиәтендәге яңы аҙым. Романға тотоноп, уның һуңғы нөктәһен ҡуйғандар бик аҙ. Минең ҡарашҡа, бик бай телле, тотош бер быуын вәкилдәре тормошон сағылдырған, ғаилә ҡиммәттәрен яҡтыртҡан автобиографик әҫәр», - тине. 3-сө БРГИ-ның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Руша Солтанғолова: «Ике тапҡыр уҡып сыҡтым. Әхлаҡ темаһы күтәрелеүе бик оҡшаны. Иҫ киткес, бөгөнгө көндә бик кәрәкле, уҡымлы китап. Балалар тормошонан алып, өлкән быуын кешеләре тормошона тиклемге ваҡиғалар һүрәтләнгән», - тигән һүҙҙәрен еткерҙе. Яҙыусының тормош иптәше Рәсимә апай ҙа: «Миңә, әҙәбиәт уҡытыусыһы булараҡ, әҫәрҙең композицияһы оҡшаны. Әхлаҡлы, тәртипле роман. Ғаиләгә ҡарата яҡшы мөнәсәбәт күренә», - тигән фекерҙәрен әйтте. Кинйәғәли Абдуллин да романдың темаһының киң булыуын билдәләп: «Почтальон малайы» повесының дауамы, тип әйтергә лә була. Тормош дауам итә, был романдың да икенсе китабы булыр әле, тип ышанам», - тине. Осрашыуҙағы һәр кем был романдың уңышлы булыуын әйтте. Күмертау ҡалаһы мәҙәниәт идаралығы директоры Светлана Тураева ла: «Романды бер тынала уҡып сыҡтым. Хатта, үҙемдең студент йылдарына ҡайтып килгәндәй булдым. Әҫәрҙә беҙгә бик күп таныш булған кешеләрҙең образдары сағылған. Һеҙгә ҙур рәхмәт!», - тип ҡыҙыл рауза сәскәләрен бүләк итте. Шәбағыш мәктәбенең татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Илшат Нәжмиев: «Закир Әкбәров минең өсөн үҙе бер сер була торғайны. Ошо китапты уҡып сығыу, был ҙур серҙе асты», - тигән һүҙҙәрен еткерҙе. Был йылы осрашыуҙа Закир Әкбәровтың үҙен бик ныҡ борсоған «Әҙәби әҫәр тыуҙыра алғанмынмы?» тигән һорауына ыңғай яуап яңғыраны.


Читайте нас: