Все новости
Мәҙәниәт
3 Июля 2018, 12:22

БАРЫҺЫ ЛА МАҠТАУҒА ЛАЙЫҠ

Үткән аҙнала Кинйәбай ауылында «Алтын ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар» тип аталған бик күркәм сара уҙҙы. Бында ауылдың оҫта ҡуллы хужабикәләренең сағыу, зауыҡлы ҡул эштәре, аш-һыу күргәҙмәһе ойошторолдо.

Үткән аҙнала Кинйәбай ауылында «Алтын ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар» тип аталған бик күркәм сара уҙҙы. Бында ауылдың оҫта ҡуллы хужабикәләренең сағыу, зауыҡлы ҡул эштәре, аш-һыу күргәҙмәһе ойошторолдо.

Ҡунаҡҡа «Ғаилә» үҙәге етәксеһе Наталья Савенкова, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Вера Фросина килде. Матур байрам тураһында беҙгә сараны ойоштороусы Эльза Сәмиғулла ҡыҙы Васильева һөйләне:

- Был байрамды үткәрергә әллә ҡасандан уҡ йыйына инек. Ҡатын-ҡыҙҙар — донъя тотҡаһы. Улар йорт эсендә лә, йорт тирәһендә лә йәм булдыра. Шул уҡ ваҡытта эшенә барырға, баҡсала бил бөгөргә, балалар тәрбиәләргә һәм төрлө ҡул эштәре менән шөғөлләнергә лә өлгөрә улар. Ғаиләлә бар нәмә ҡатын-ҡыҙҙан тора. Беҙҙең сарала 10 йорт, 24 ҡатын-ҡыҙ ҡатнашты. Һәр береһе йортонда үҙҙәре ижад иткән ҡул эштәре, аш-һыу оҫталыҡтары күргәҙмәһен ойошторҙо. Уларҙың барыһы ла тик маҡтауға ғына лайыҡ ине. 5 бала тәрбиәләп үҫтергән, 20 ейән-ейәнсәренә бәхетле өләсәй булған Фирҙәүес Абдуллинаның йорто күҙҙең яуын алырлыҡ. Үҙҙәре бигерәк ҡунаҡсыл. Ейән-ейәнсәрҙәре шиғыр ҙа һөйләй, йырлап, бейей ҙә. Хәнифә Ғәббәсоваға ярҙамға бик күп ҡунаҡтар килгән. Улар араһында оло йәштәге Мәймүнә Сәғитова менән Маһинур Әлиева ла бар. 83 йәшлек Сәриә Ғәббәсова менән 87 йәшлек Сәмәрә Ғөбәйҙуллиналарҙың да күргәҙмәһе бик шәп ине. Вәсилә Ғәббәсованың йорт эсендә бар нәмә лә бәйләнгән. Рәмзиә Ғәббәсованың да шәлдәре бигерәк матур. Улар икеһе лә төрлө республика конкурстарында алдынғы урындар яулаусылар. 4 балалы Әлиә һәм Фаил Кинйәбаевтарҙың яңы 2 ҡатлы йорто иҫ киткес. Ҡала фатиры ары торһон. Фәнүр, Юлиә, Регина Ғәниевалар яҡташ шағирә Тамара Ғәниеваның тыуған нигеҙенең ҡотон һаҡлайҙар. Бында бар нәмә ялт итеп тора. Шулай уҡ яҡташ яҙыусыбыҙ Ғәлим Хисамовтың туғандары Ришат, Раҡыя, Миңзира Хисамовалар ҙа үҙҙәренең оҫта хужа булыуҙарын күрһәтте. Тәнзилә һәм Рафиҡ Ҡотлобаевтарҙың йортонда ҡулдан эшләнгән хайуандарҙың ниндәйе генә юҡ! Тағы ла Тәнзилә үҙе яҙған шиғырҙарын һөйләп ҡыуандырҙы.

Бөтәһе лә беҙҙе үҙҙәренең үҙенсәлекле эштәре менән һоҡландырҙы был көндө. Уларҙың барыһына ла райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы иҫтәлекле бүләктәр һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Спонсорҙарыбыҙ Сергей Малейкин менән Владимир Марфиндан да ҙур бүләктәр алып шатландылар. Шулай уҡ был көндө Кинйәбай ауылы клубына бер исемен әйтергә теләмәгән спонсор музыкаль үҙәк тапшырҙы. Бик матур байрам булды. Район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре, «Сеспель» төркөмө, Арыҫлан-Әмәкәс ауылы ағинәйҙәре матур концерт бүләк итте. Рәхмәт барыһына ла!


Читайте нас: