Все новости
Мәҙәниәт
6 Июля 2018, 11:56

КЕРӘҮЛЕЛӘР – ШӘЖӘРӘ БАЙРАМЫНДА

29-30 июндә Балтаста Шәжәрә байрамы үтте.

29-30 июндә Балтаста Шәжәрә байрамы үтте.

Беҙҙекеләр ҙә булған унда, тигәс, кем улар, тип эҙләп күҙ тондо. Шәжәрә тигәндән күҙ алдына ҡамсат бүрек кейгән ир ҙә сулпы сыңҡылдатҡан ҡатын баҫа бит. Баҡһаң, Балтаста беҙҙән сулпы супылдатып йөрөгән кеше булмаған, Керәүленән сыуаш туғандар барған - Леонтьевтар ғаиләһе. Был төркөмдө Ольга Игнатьева етәкләгән. Туғандаш халыҡтың үҙ тамырҙарын онотмауы ҡыуандыра, бер ҡайҙа ла, ҙур урын алдылар, тигән яңылыҡ күренмәһә лә (махсус бүләккә лайыҡ булған Леонтьевтар), улар – еңеүсе. Әллә күпме саҡрым ергә балалар менән йөрөп ҡайтыу, унан бигерәк, беҙ бар, йәшәйбеҙ һәм сыуашлығыбыҙҙы онотмайбыҙ, тип үҙҙәрен күрһәтеү – үҙе батырлыҡ.
Читайте нас: