Все новости
Мәҙәниәт
16 Августа 2018, 16:59

УЛТЫРҒЫСТАР ЭҘЛӘЙБЕҘ...

Хәҙер йәнең ни теләй, барыһы ла бар, Аллаға шөкөр, элекке һымаҡ дефицит түгел тиһәк тә, кеҫә яғы таҡыр. Шуға күп осраҡта теге ерен ямап, был ерен тегеп йәшәргә тура килә. Мәҫәлән, берәйһенә бер әйбер кәрәкмәй, уны сығарып ташларға уйлай, ә һиңә шул әйбер бик кәрәк, уны һорап алыу оят һаналмай, «хәйерсе» тип береһе лә көлмәйәсәк.

Хәҙер йәнең ни теләй, барыһы ла бар, Аллаға шөкөр, элекке һымаҡ дефицит түгел тиһәк тә, кеҫә яғы таҡыр. Шуға күп осраҡта теге ерен ямап, был ерен тегеп йәшәргә тура килә. Мәҫәлән, берәйһенә бер әйбер кәрәкмәй, уны сығарып ташларға уйлай, ә һиңә шул әйбер бик кәрәк, уны һорап алыу оят һаналмай, «хәйерсе» тип береһе лә көлмәйәсәк.


«Йәшлек» район мәҙәниәт һарайында ла ремонт эштәре башланырға тора. Бында ла тиҙҙән өр-яңы ултырғыстар килтереләсәк. Бындағы эскәмйәләр ҙә арыу ғына, улар тағы әллә күпме ваҡыт кешегә файҙа килтерә ала, сүплеккә сығарып ташлау уйҙа ла юҡ, ултырғыстарҙы ауыл клубтарына бүлеп бирәсәктәр. Шулай итеп район мәҙәниәт һарайының ултырғыстарының бер өлөшө тиҙҙән Яҡшымбәт, икенсе өлөшө Таймаҫ клубтарын биҙәр, тип күҙаллана. Бәлки, уларҙан да, артып ҡалһа, эскәмйәләрҙең бер аҙы райондың башҡа мәҙәниәт усаҡтарына ла юлланыр.

Зәк Ишмәт клубының ултырғыстарында ултырыу ҙа уңайлы түгел, хәлле әҙәм бындай ултырғыстарҙы күптән сығарып елгәрер ине, ҡалайтаһың, башҡаһы юҡ. Бына әле «Газсервис» ойошмаһының акттар залындағы совет заманынан ҡалған креслоларҙы сүплеккә ташларға йыйыныуҙарын ишеткәс тә, зәктәр газовиктар янына йүгергән: һеҙ бай халыҡтыр ҙа, совет креслоларын әҙәмгә һанамайһығыҙҙыр, ә беҙгә бата ул, әйҙәгеҙ ултырғыстарҙы беҙгә бирегеҙ. Шулай итеп, 100 ултырғыс тиҙ арала Зәк-Ишмәт ауылына килтерелеп тә ҡуйылды. Нимә генә, кемде генә күрмәгән ултырғыстар улар, әле ғүмерҙәре бөтмәгән икән, күрәсәктәре алда әле.

Ильф менән Петровтың үлемһеҙ «12 ултырғыс» романындағы О. Бендер һәм К. Воробьянинов һымаҡ, ауыл клубтары йән фарман ултырғыс эҙләй. Әйтерһең, уларҙа ысынлап та хазина йәшеренгән. «Юшатыр» төркөмөндә зәктәр «Газсервис»тың 100 иҫке ултырғысын алып ҡайта (ну хәҙер рәхәтләнеп иркенләп ултырып кәнсирт ҡарарҙар инде), тип яҙҙыҡ, шунда уҡ аҫтына Яманһары ла беҙгә лә кәрәк ине, тип яҙа һалды. Ауыл башлыҡтары башлы булһа, рәхәт икән, Бахмут ауыл биләмәһе башлығы Нурия Шәрипова был үтенесте күреп тә ҡалған һәм ярҙам да иткән, Бахмут мәҙәниәт йортона ремонт эшләнә, уларҙың ултырғыстары әлегә ултырырлыҡ, шуны алырһығыҙ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Яманһары мәктәбенең бер бүлмәһен клуб иткәйнеләр, ә элекке клуб хәҙер мәсет булып китте. Яманһары мәҙәниәт усағының фотолағы был ултырғыстарында ултырған, ышҡылған, ятып та ҡараған, баҫып та торған, күтәреп бейегән (бейергә пар тапмаған булһа) һәм тағы әллә нимәләр ҡылған кешеләрҙең иҫәбе-һаны юҡтыр. Уларҙың бик күптәре гүр эйәһе инде. Күпте күргән ултырғыстар былар, әллә ҡасан пенсия йәшенә етһәләр ҙә, һаман хеҙмәт итәләр, рәхмәт. Тиҙҙән Бахмуттың яңы (Яманһары өсөн генә яңы инде) креслолары килеп ултырһа, шәп булыр. Тағы ла бер нәмә: был ултырғыстарҙа хәҙер ирҙәр бик ултырмай, фотола гел ҡатын-ҡыҙ. Сходтан булған был күренеш заман күренешенә лә бер штрих.
Читайте нас: