Аҙна уртаһында районыбыҙҙа мөһим ваҡиға булды – Яҡшымбәт һәм Яңы Мораптал ауылдарына Свердловск өлкәһенән хәрби ҡоралдар алып ҡайттылар. Ике пушка морапталдар бәхетенә эләкте, бер гаубица яҡшымбәттәр өлөшөнә төштө. Уларҙы тиҙҙән ышҡыған ерен ышҡып, таҙартҡан ерен таҙартып, буяп ҡуясаҡтар. Хәрби ҡоралдарҙы алып ҡайтырға спонсорҙар ярҙам иткән. Яңы Мораптал пушкаларының хаҡы 108 мең һум булһа (аҡсаларҙы район бюджеты бүлгән), Яҡшымбәт пушкаһы 54 меңгә баҫҡан (улар силсәүит бюджетынан түләнгән). Хәҙер балаларға патриотик тәрбиә биреү өсөн был ике ауылда һәйбәт күргәҙмә булды, тип ҡыуанырға ҡалды.