Все новости
Мәҙәниәт
14 Сентября 2018, 14:14

ИКЕ ЙЫЛҒА БЕР ТАПҠЫР

Районда ун йыл элек Почет таҡтаһы булдырылғайны, бында Көйөргәҙе районының хеҙмәт ударниктары (ауыл хужалығы, мәғариф, медицина һ.б. өлкәләрҙән) фотолары ғорур ҡарап тора башланы. Элегерәк Почет таҡтаһындағы кешеләрҙе йыл да алмаштыра инеләр, быйылдан, Хакимиәттең махсус ҡарарына ярашлы, Почет таҡтаһы ике йылға бер генә яңыртыласаҡ.

Ни өсөн? Cөнки хеҙмәт отличниктарын табыуы ҡыйын (боронғо һымаҡ хужалыҡтар юҡ, фермалар ҙа юҡҡа сыҡты, Таҡтаға бюджетниктарҙы ғына теҙеп ҡуйып булмай ҙа баһа). Шунлыҡтан был ныҡ почетлы тип, йыл да бер үк кешеләрҙе бирә башлағандар икән. Шулай итеп, быйыл Почет таҡтаһына яңы фотолар эленмәйәсәк.

Ярар, хәйерлегә булһын, Таҡта һирәгерәк яңыртылһа, хеҙмәт кешеһенең, бәлки, ҡәҙере лә артыр. Юғиһә, төрлө премияларҙы ла йыл да тапшырып, уларҙың бәҫе төшөүен дә күргән бар.

Әле был таҡтала 64 кешенең фотолары эленеп тора, был һанды ла кәметер кәрәк, тиҙәр.
Читайте нас: