Все новости
Мәҙәниәт
21 Сентября 2018, 10:24

КИТАПХАНАҒА - БЕРЕНСЕ ТАПҠЫР

Мораптал мәктәбенә быйыл беренсе класҡа уҡырға төшкән 1-се б класы балалары уҡытыусылары Гөлниса Ғәлиева менән бергәләп тәү башлап ауыл китапханаһына барҙы.

Мораптал мәктәбенә быйыл беренсе класҡа уҡырға төшкән 1-се б класы балалары уҡытыусылары Гөлниса Ғәлиева менән бергәләп тәү башлап ауыл китапханаһына барҙы.


Кескәйҙәрҙе китапхансы ихлас йылмайып ҡаршы алды. Ул тәүҙә китапхана буйлап экскурсия ойошторҙо, ҡайһы кәштәлә ниндәй темаға китаптар табырға мөмкин икәнлеген аңлатты. Нисек абонемент тултырырға, өйҙә уҡырға ниндәй китаптарҙы күпме ваҡытҡа алып ҡайтырға, нисек уларҙы таҙа килеш һаҡларға икәнлеген өйрәтте.

Балалар күңелдәренә ятышлы китаптар яҙҙырып алып, китапханасы апайҙарына рәхмәттәр әйтеп, бында йыш килергә һүҙ биреп таралышты.
Читайте нас: