Все новости
Мәҙәниәт
25 Сентября 2018, 13:47

ТАРИХҠА ИНЕП ҠАЛДЫҠ

21-22 сентябрҙә Күмертауҙа гөр килеп казак мәҙәниәтенең IV Төбәк-ара «Казачий спас» фестивале үтте.

21-22 сентябрҙә Күмертауҙа гөр килеп казак мәҙәниәтенең IV Төбәк-ара «Казачий спас» фестивале үтте. Байрамда Ҡаҙағстан, Ямал-Ненец автономиялы округы, Ырымбур, Пенза, Силәбе, Һамар өлкәләренән һәм Башҡортостан ҡала-райондарынан 500 кеше ҡатнашты.


Казактарҙың быйылғы байрамы телевидениела дүрт тиҫтә йылға яҡын барған «Уйна, һөйөклө гармун!» I канал тапшырыуының килеүе менән әһәмиәтле булды. Анастасия менән Захар Заволокиндар тапшырыуҙа ҡатнашырға теләгән һәр береһенең сығышын ҡараны. Улар 50-нән ашыу ине.

Ҡаланың төп майҙансығында был көндө тағы бер яңы фестиваль барлыҡҡа килде. Ул — «Башҡорт боросо» тип атала ине. Бында хужабикәләрҙең боростан әҙерләнгән төрлө ризыҡтарын бушлай ауыҙ итергә һәм иң тәмлеһенә тауыш бирергә була ине. Был конкурста Ермолаевонан Любовь Филатова еңеүсе тип танылды һәм бүләккә 1000 һум аҡса алды. Шулай уҡ ҡала халҡын 1000 мундир-картуф бешереп һыйланылар был көндө. Байрам һуңында Заволокиндарҙың «Частушка» ансамбленең концерты һәм еңеүселәрҙе билдәләү тантанаһы уҙҙы.

Гармун байрамында беҙҙең район һәм ҡала һәүәҫкәрҙәре лә әүҙем ҡатнашты. Түбәндә уларҙың ҡайһы берҙәренең фекерҙәрен бирәбеҙ.


Йәмил РАФИҠОВ, РПЛИ уҡытыусыһы:

- Байрам бик шәп булды. Анау хәтлем публика менән эшләгәндәрен күреү үҙе бер ваҡиға. Беҙ үҙебеҙҙең лицейҙың барлыҡ әртистәрен йыйып, матур итеп сығыш яһаныҡ. Ҡурайыбыҙ ҙа, ҡумыҙыбыҙ ҙа, думбырабыҙ ҙа, йырсыларыбыҙ ҙа, бейеүселәребеҙ ҙә, йырҙарыбыҙ ҙа булды. Баян, тальян, гармунда ла уйнап күрһәттек. Ситтә ҡалманыҡ, тарихҡа эләгеп ҡалдыҡ. Уҡыусыларыбыҙ ҙа бик шатланды, ҡәнәғәттәр. Уҡытыусылар, тәрбиәселәр, хатта, ҡарауылсыбыҙ ҙа ихлас ҡатнашты. Тиҙ генә беҙҙе бергә туплап, ойоштороп, етмәгән костюмдарҙы һәм уйын ҡоралдарын табыусы директорыбыҙ Римма Айрат ҡыҙы Ғөбәйҙуллинаға рәхмәтлебеҙ. «Бындай тапшырыуҙы төшөрөргә тағы ҡасан киләләр әле. Әйҙәгеҙ, дәррәү генә ҡатнашайыҡ. Халҡыбыҙҙың мәҙәни байлығын тулыһынса күрһәтәйек», - тип беҙҙе дәртләндереп йөрөүсе лә ул булды. Уҡыусыларыбыҙ ҙа был эшкә бик яуаплы ҡараны. Кемдәрҙелер 5-6 тапҡыр ҡабатларға ҡушһалар, беҙҙе икенсеһендә үк төшөрөп алдылар, маҡтанылар. Күмертау өсөн был ғүмерҙә онотолмаҫлыҡ ҙур ваҡиға булды, тип әйтер инем. Ҡалабыҙҙың шундай йәмле булыуын күреп: «Беҙ Күмертауҙы шундай матур ҡала тип уйламаныҡ та», - тиҙәр Мәскәү ҡунаҡтары. Көнө лә һәйбәт торҙо. Төнгә тиклем төшөрҙөләр. Иң һуңғы хушлашыу йырын мин йырлап ҡуйҙым. «Молодцы. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә әйтер кәрәк, һеҙгә фольклорҙың орденын бирһендәр», - тип шаяртып, оло рәхмәттәрен әйтеп киттеләр. Шундай мәртәбәле тапшырыуға лицейҙың фольклорын алып сығыуға бик шатмын.

Рәмилә ӘКБӘРОВА, Зәк-Ишмәт ауылы:

- Үҙебеҙҙең «Рәйхан» ансамбле менән сығыш яһайбыҙ, татар мәҙәниәтен күрһәтәбеҙ, тип килгәйнек, әммә беҙгә айырым ғына сығыш яһарға рөхсәт итмәнеләр. Баҡһаң, бер көн алдан һайлау турына килергә кәрәк булған икән. Беҙгә был турала әйтеүсе лә булманы, белмәнек тә. Әллә ҡайҙан, икенсе райондарҙан телевидениеға төшәбеҙ, тип килеп еткәндәр, ә беҙ эргәлә генә ятып белмәй ҙә ҡалғанбыҙ. Шулай ҙа, кәйефебеҙ бер аҙ ҡырылһа ла, бирешеп торманыҡ, әлбиттә, башҡалар менән бергә күмәк бейеүҙәрҙә бейеп-йырлап, күңелебеҙ булып ҡайтты.

Нәсимә ШӘМСЕТДИНОВА, Мораптал ауылы:

- Беҙ ҡунаҡтарҙы ҡаршы алдыҡ, күмәк бейеүҙәрҙә, йырҙарҙа ҡатнаштыҡ. «Умырзая» фольклор ансамблен, бер нисә гармунсыбыҙҙы ла алып барғайныҡ. Алдан һайлап алыу турында ҡатнашмағас, айырым ғына беҙҙе төшөрмәнеләр, әлбиттә. Нишләптер беҙгә бер көн алда һайлап алыу туры була, тип әйткән кеше булманы. Шулай ҙа I каналға эләккәнбеҙҙер, тип ышанабыҙ. Арып-талып ҡайттыҡ, әммә барыбер байрам матур булды, оҡшаны. Мәскәү ҡунаҡтары башҡорт-татар халҡының һәм башҡа милләттәрҙең бергә-бергә дуҫ, татыу йәшәүен күрһәтергә тырышты.
Читайте нас: