Все новости
Мәҙәниәт
5 Октября 2018, 10:46

«АУЫЛЫМ ЮҒАЛЫРҒА ТЕЙЕШ ТҮГЕЛ»

Ошо көндәрҙә яҡташыбыҙ, билдәле шағирә Миңлегөл Хисамова үҙенең 70 йәшлек юбилейын билдәләне.

Ошо көндәрҙә яҡташыбыҙ, билдәле шағирә Миңлегөл Хисамова үҙенең 70 йәшлек юбилейын билдәләне. Шул уңайҙан беҙ әҙибә менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Уның шатлығын уртаҡлаштыҡ, бала сағына, яҙмышына, бөгөнгө әҙәбиәткә, йәшәйешкә ҡарата фекерҙәрен белештек, киләсәккә уй-маҡсаттарын һораштыҡ.


– Миңлегөл Сәлимйән ҡыҙы, һеҙҙе беҙ ҙә юбилейығыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Әле районыбыҙ мәктәптәрендә, китапханаларында һеҙҙең ижадҡа ҡарата кисәләр үткәрелә. Ә ниңә юбилейығыҙҙы районға ҡайтып, ҙур итеп яҡташтарығыҙ менән үткәрергә уйламанығыҙ?

- 50 йәшемде тыуған ауылымда, район етәкселәре ярҙамы менән үткәргәйнем, ә бына был юбилейымды әллә ниңә уйлап еткермәгәнмен. Унан 70 йәш аҙ ғүмер түгел бит, ойоштороу өсөн дә күп көс һәм ваҡыт талап ителә, арыттыра ла хәҙер. Яҡындарым, ҡәләмдәш дуҫтарым менән Әхмәтзәки Вәлиди китапханаһында әҙәби-музыкаль кисәмде үткәрергә йыйынабыҙ.

- Тәүге яҙған шиғырығыҙҙы иҫләйһегеҙме? Ул нимә тураһында ине?

– Иң тәүге шиғырымды V класта яҙғайным. “Әнисәнең ҡурсағы” тип аталғайны ул. Шиғырым “Башҡортостан пионеры” гәзитендә баҫылып сыҡты. Ул саҡта бик ныҡ ҡыуанғаным хәтеремдә ҡалған. Бәлки, ошо ваҡиғанан һуң яҙышыу теләгем уянғандыр ҙа. Һылыуым Зөһрә менән икебеҙҙең ижадыбыҙға һәр саҡ яҡташыбыҙ, танылған прозаик Рәшит Солтангәрәев ағай иғтибарлы булды. 1996 йылда һылыуым, шағирә Зөһрә Ҡотлогилдина менән берлектә “Миләш тәлгәштәре” тигән китабыбыҙ сыҡҡас, ағайыбыҙ беҙҙең турала ҙур ғына мәҡәлә баҫтырҙы. Ижадҡа дәртләндерҙе, ҡанатландырҙы. Беҙҙең уға рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Аҙаҡ та Рәшит ағай күҙ уңынан ысҡындырманы. Бер заман редакцияла баҫҡыс буйлап менеп барғанымда яҡташым осрап, һылыу, шиғырҙар яҙаһыңмы әле, тип һораны. Юҡ әле, тигәс, улайһа, кеше башы ҡатырып йөрөмә инде, тип ҡаты ғына әйтте. Шунан да аңланым, ижад итә башлағас, ҡәләмгә ныҡлы тотонорға икәнлекте. Рәшит ағай иртәрәк китеп барҙы, шуныһы үкенесле.

- Әлеге ваҡытта нисә китабығыҙ донъя күрҙе? Һеҙҙең шығырҙарығыҙға йырҙар ҙа ижад итәләр бит.

- Ғөмүмән, ижадым бик ҙурҙан түгел минең. 40 йәшемдә генә тәүге китабым сыҡты. “Ете шишмә” тип аталған йыйынтыҡ ине ул. Аҙаҡ яйлап ҡына ижадҡа тотондом. Әле үҙемдең генә шиғырҙарым менән 9 китабым сыҡты, шулай уҡ башҡа йыйынтыҡтарҙа ла әҫәрҙәрем донъя күрҙе. Ә йырҙарға килгәндә инде, тәүге тапҡыр “Ишелеп уңды сейә” тигән шиғырымды Лилиә Букеева йыр итеп башҡарҙы. Шунан ижадыма иғтибар арта башланы, тиһәм дә була. Салауат Низаметдинов, Айрат Ҡобағошов, Морат Ғайсин тағы 15-16 композитор шиғырҙарыма көйҙәр яҙҙы. Күп йырҙарымды йәш артистар йырлай, мин белмәй ҙә ҡалам хатта. “Ҡурай” каналын асһам, шунда минең шиғырға һалынған йырҙы башҡаралар, аптырап китәм. Резеда Бүләкова, Ғайсар Миңдеғолов, Бибисара Азаматова, Гөлсөм Бикбулатова, Лилиә Ишемйәрова һәм башҡалар башҡара.

- Миңлегөл апай, һеҙ әҙәбиәттең бөгөнгө торошона ниндәй баһа бирер инегеҙ. Киләсәктә һеҙ һәм башҡа әҙиптәр ижад иткән китаптарҙы, шиғырҙарҙы уҡыусылар булырмы? Ошо хаҡта уйланғанығыҙ бармы?

- Әлбиттә, уйланам. Китапты, гәзитте үҙ ҡулдарың менән тотоп уҡыуға ни етә? Был бит балаға ниндәйҙер тойоу хисе лә бирә.

Әлеге ваҡытта башҡорт мәктәптәре, кластары күп. Балалар, ейәндәр әле үҙ телдәрендә белем ала, шулай булғас, бөгөнгө көндә уҡырлыҡтар бар. Ә бына киләсәкте уйлаһам, шомланам, хатта борсолам. Был бит беҙҙең халыҡтан ғына тормай, ә дәүләт кимәлендә китапҡа, ташҡа баҫылған һүҙгә ҡарата булған ғәмһеҙлектән килә. Илдең ҡағиҙәләренән тора был.

- Тыуған ауылығыҙ Ялсыҡайға йыш ҡайтаһығыҙмы? Һәр саҡ бәйләнештәһегеҙме?

- Йыл да йәй айҙарында ҡайтып киләм. Унда минең туғандарым бар. Апайым Нәжиҙә Хафизова, ағайым Рәҡит бар. Һәр саҡ, ҡайтып, туғандар менән аралашып китәм. Быйыл ауылымдың 140 йыллыҡ юбилейына ла ҡайттыҡ. Ауылдаштарым, яҡташтарым менән рәхәтләнеп аралашып килдем.

- Ижадығыҙҙа ла тыуған яғыбыҙҙы, бигерәк тә тәбиғәтен яратыуығыҙ ныҡ сағыла. Туғандарығыҙға, яҡын кешеләрегеҙгә арналып яҙылған шиғырҙарығыҙ ҙа етерлек.

- Тыуған яғын яратмаған кеше буламы икән? Тыуып-үҫкән ерҙәге тәбиғәт - ул беҙгә бала саҡтан күңелгә һеңеп ҡалған төшөнсә. Сейәлек битләүе, Гәрәй, Ҡаршы урмандары, Һөлөклө буйҙарына өләсәй менән еләккә йөрөгән ерҙәр һаман булһа хәтерҙә һаҡлана. Әсәйем менән ат егеп урманға утынға бара инек. Шул саҡтағы урманды мин ғүмерлеккә яраттым. Бәлки, шуғалыр ҙа минең ижадымда тыуған яғыма, атай-әсәйемә, тәбиғәткә, бала саҡҡа, өләсәй-олатайыма, яҡындарыма, дуҫтарыма, ауылдаштарыма арналған бик күп шиғырҙар бар.

- Ауылығыҙ яҙмышы, киләсәге хаҡында ни уйлайһығыҙ?

- Ялсыҡайымдың киләсәге барҙыр, тип уйлайым. Унда йәштәр күп, балалар тыуа. Киләсәктә лә ауылым юғалырға тейеш түгел.

- Ғаилә хәлегеҙ тураһында ла әйтһәгеҙ?

- Балаларым үҙ аллы матур тормош көтәләр. Улым Фәрит Өфөлә балалар табибы булып эшләй. Ҡыҙым Айгөл радиола журналист. Аллаға шөкөр, беҙҙе һәр саҡ һөйөндөрөп торған 5 ейәнем бар.

- 70 йәш аҙ ғүмер түгел, ниндәй хыялдар менән йәшәйһегеҙ?

- Был йәштә әллә ниндәй хыялдар юҡ, әлбиттә. Әммә ижад буйынса пландарым бар. Хәҙерге заманда китап сығарыу, баҫтырыу ауыр. Киләсәктә ике китап сығарырға шиғырҙарымды әҙерләнем. Үҙем иҫән саҡта ошо ике китабымды сығарып ҡалырға хыялланам.

- Яҡташтарығыҙға әйтер һүҙегеҙ барҙыр, моғайын, Миңлегөл апай?

- Кешене өмөт йәшәтә, тиҙәр. Хәҙерге заманда йәшәүе ныҡ ауыр, ҡатмарлы, бола заманда йәшәйбеҙ. Хәйер Рәсәй тарихында бер ҡасан да тыныс булмаған. Болғансыҡ заманаларҙы яҡшылары алыштырған. Ләкин улары оҙаҡҡа бармаған, йәнә ығы-зығылы тормош башланған. Әле лә мин, матур йылдар килер, тип уйлайым. Шуға барыһына ла киләсәккә өмөт менән йәшәүҙәрен теләр инем. Үҙ ғаиләләренә, балаларына ярҙам итеп берҙәмлектә, иҫәнлектә йәшәһендәр.
Читайте нас: