Все новости
Мәҙәниәт
23 Октября 2018, 10:28

ТАШҠА БАҪЫЛДЫ

Үткән шәмбе сығыштары менән Иҫке Мораптал ауылынан булған Туҡаевтар тыуған яғында йыйылды.

Үткән шәмбе сығыштары менән Иҫке Мораптал ауылынан булған Туҡаевтар тыуған яғында йыйылды. Быға Тәнзилә Туҡаева менән Маргарита Түләбаеваның «Тамырҙарым һиндә, йәнтөйәгем!» исемле китабының исем туйын үткәреү төп этәргес булды.


Сараны Яңы Мораптал ауылы имамы Миҙхәт Таңатаров ҡөръән уҡыу һәм нәсихәттәр әйтеү менән асып ебәрҙе.

Осрашыуға Туҡаевтар республикабыҙҙың, илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән ҡайтты. Китапты баҫтырыуҙа, уның исем туйын үткәреүҙә, туғандарын шулай бергә туплауҙа, финанс ярҙамы күрһәтеүҙә, һый-ниғмәттәрҙән һығылып торған табын әҙерләүҙә Киров исемендәге ауыл хужалығы кооперативы рәйесе Рәмил Туҡаев, «Башнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең акционерҙар нефть компанияһының бүлек етәксеһе Айҙар Туҡаев, Төмән өлкәһе Нефтеюганск ҡалаһындағы нефть компанияһының генераль директоры Дамир Туҡаев, Маргарита Сайран ҡыҙының тормош иптәше, «Башҡортостан Республикаһы учколлекторы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры Шамил Түләбаев, профессор Рауил Аҙнабаев, эшҡыуар Нәҡиә Туҡаева, фермер Әлфиә Туҡаева, Яңы Морапталдан баш бухгалтер булып эшләүсе Лилиә Туҡаева ҙур ярҙам күрһәткән.

Өфөлә йәшәгән яҡташтарыбыҙ Шамил һәм Сайран Туҡаевтар тыуған ауылдарының тарихын, уның кешеләре яҙмышын, шәжәрәләрен хәҙерге һәм киләсәк быуындар өсөн яҙып ҡалдырыу теләге менән оҙаҡ йылдар буйы материалдар туплаған булған. Тик уларҙың көтмәгәндә баҡыйлыҡҡа күсеүҙәре арҡаһында был изге эш өҙөлөп ҡалған. Сайран Туҡаевтың тормош иптәше, Яҡут ауылы ҡыҙы Тәнзилә апай менән ҡыҙы Маргарита Сайран ҡыҙы Түләбаева уларҙың васыяттарын үтәп, башлаған эштәрен дауам итеп, Иҫке Морапталдың, ата-бабаларының тарихын өйрәнеп, бер китапҡа туплап сығарыуҙы үҙҙәренең ҙур һәм яуаплы бурысы тип иҫәпләгән. Ниһайәт, бына ул йыйынтыҡ ошо сараға килеүсе нәҫелдәштәренең ҡулында.

«Тамырҙарым һиндә, йәнтөйәгем!» - Көйөргәҙе районындағы айырым нәҫелдәргә ҡағылышлы сығарылған тәүге китап. Башҡалар өсөн һәйбәт өлгө. Быға тиклем Көйөргәҙе районындағы айырым ауылдар тураһында китаптар донъя күрҙе, ә бына бындай йүнәлештә яҙылған хеҙмәттәр юҡ ине.

- Туҡаевтар тарихының ошолай итеп ташҡа баҫылыуы - беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс. Был китап беҙҙең нәҫелдәштәр өсөн ғаилә архивы, ғаилә реликвияһы булараҡ ҡәҙерле. Китап үткәндәр хаҡында бәйән итһә лә, ул киләсәккә, йәштәребеҙгә, балаларыбыҙға төбәлгән. Туҡаевтарҙы бер йоҙроҡҡа туплауҙа, нәҫелебеҙҙе һаҡлау, үҫтереү, үрсемле итеү юлындағы изге бер эш, тип һанайым мин быны. Тыуған ауылыбыҙ өсөн күп изге эштәр башаҡарыла һуңғы йылдарҙа. Зыяратты кәртәләүҙә, мәсет асыуҙа ҙур сығымдар түгеп ярҙам иткәндәре өсөн туғандарыма оло рәхмәттәремде еткерәм, - тине Рәмил Ғиләж улы.

- Китапты яҙыуҙа, материалдар туплауҙа ярҙам күрһәткәндәре өсөн Иҫке Мораптал ауылы халҡына, туғандарға бик ҙур рәхмәтлебеҙ, - тине Маргарита Түләбаева. - Шамил ағайым һәм атайым туплаған материалдарҙан тыш беҙ Ырымбур, Өфө архивтарынан, Иҫке Мораптал ауылындағы музейҙан унда йәшәгән туғандарҙың ата-әсәләре, олатай-өләсәйҙәре, балалары тураһында йыйылған мәғлүмәттәрҙе барлап, ауылыбыҙҙың үткәнен, хәҙергеһен сағылдырырға ынтылдыҡ. Ләкин ҡайһы бер ғаиләләр тураһында тулы мәғлүмәт булмау был хеҙмәттең ҡиммәтен кәметмәҫ. Алдағы йылдарҙа китапты тулыландырыу, яҡшыртыу буйынса эш алып барыласаҡ. Күмәкләгән яу ҡайтарған тигәндәй, был хеҙмәтте туғандарыбыҙ менән күмәкләп сығарҙыҡ. Артабан да шулай берҙәм булайыҡ, бергә булайыҡ.

Китап авторының был һүҙен иҫбатлап, Туҡаевтарҙан һәр кем туғандарына үҙе хаҡында һөйләне, үҙе менән яҡындан таныштырҙы. Был, ысынлап та, китаптың исем туйы ғына түгел, Туҡаевтарҙың беренсе тапҡыр шулай бергә йыйылыуы ла ине. Ул тәүгеһе һәм һуңғыһы булмаһын, тигән изге теләк менән таралышты яҡташтарыбыҙ.
Читайте нас: