Тыуған республикабыҙҙың ярты быуатлыҡ юбилейына әҙерлек Күмерселәр мәҙәниәт һарайының һәр бер үҙешмәкәр коллективында ла һиҙелә.
Хәҙер бер нисә түңәрәге булған Башҡорт халыҡ театрында ла эш ҡайнай. Түңәрәктәрҙең береһендә бейеүселәр шөғөлләнә. Уларға үҙешмәкәр артист Ирек Үҙәнбаев етәкселек итә. Шуныһы характерлы, был түңәрәк республиканың юбилейын байрам итеү алдынан ойошторолдо һәм уның «Йәштәр бейеүе», «Гөлнәзирә» бейеүҙәре менән сығышы ла ошо датаға арнала.
Икенсеһе - хор түңәрәге. Уға театрҙың баянсыһы Әмир Сабитов етәкселек итә. Хор түңәрәге 35 кешене берләштерә. Улар тарафынан ВЛКСМ-дың 50 йыллығына арнап әҙерләнгән сығышты тамашасылар йылы ҡаршыланы. Ә БАССР-ҙың 50 йыллығына яңы номер әҙерләнелә. Драма түңәрәге театрҙың үҙәге булып тора. Ул 1954 йылдан бирле эшләй, 4 йыл элек уға Башҡорт халыҡ театры исеме бирелде. Уның иҫәбендә башҡорт, татар драматургтарының унарлаған сәхнәләштерелгән әҫәрҙәре. Ә киләсәк байрамға театр Әнғәм Атнабаевтың драмаһын әҙерләй. Ролдәрҙе башҡарыусылар республика юбилейын ҡаршылау өсөн бөтә көстәрен һала.