Все новости
Мәҙәниәт
18 Января 2019, 11:28

КҮҘ ҠАРАҺЫНДАЙ ҺАҠЛАЙБЫҘ

Ошо көндәрҙә күренекле башҡорт әҙибе, «Кинйә» роман-эпопеяһы авторы Ғәли Ибраһимовтың тыуыуына 100 йыл тула.

Ошо көндәрҙә күренекле башҡорт әҙибе, «Кинйә» роман-эпопеяһы авторы Ғәли Ибраһимовтың тыуыуына 100 йыл тула.


Ғәли Ғизетдин улы ҙур күләмле эпик әҫәрен ижад итеүгә материалдар туплау өсөн ваҡытында беҙҙең Көйөргәҙе яҡтарында ла булды, бик күп яҡташтарыбыҙ менән осрашып әңгәмәләште. Уның ҡыҙы Һөйөклө Ибраһимова Таймаҫ ауылы килене ине. Тик, үкенескә ҡаршы, тормош иптәше арабыҙҙан иртә китеп барҙы. Һөйөклө апай Кинйә Арыҫланов исемендәге тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейын асҡанда атаһына, уның ижадына бәйле 13 экспонат бүләк итте, улар айырым витринаға ҡуйылған. Был ҡомартҡылар арһында яҙыусының ҡара һауыты, перолы бер нисә ручкаһы, ҡуйын дәфтәре, тәмәке һауыты, бер нисә тәмәке төрөпкәһе, таяғы, 60 йәшлек юбилейы менән ҡотлап «Пионер» журналы редакцияһы бүләк иткән сувенир һәм башҡа әйберҙәр бар.

Был экспонаттар музей өсөн бик тә ҡиммәтле һанала, беҙ уларҙы күҙ ҡараһындай ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ. Экскурсияға килеүселәргә уларҙы мотлаҡ күрһәтеп, улар хаҡында ентекләп һөйләйбеҙ.
Читайте нас: