Все новости
Мәҙәниәт
29 Января 2019, 10:58

«БЕР КҮРЕШЕҮ – ҮҘЕ БЕР ҒҮМЕР»

Үткән йома көндө Яҡут ауылының барлыҡ һәүәҫкәр артистары Яҡшымбәткә барып “Бер күрешеү - үҙе бер ғүмер” тип аталған бай программалы концерт ҡуйғандар.

Үткән йома көндө Яҡут ауылының барлыҡ һәүәҫкәр артистары Яҡшымбәткә барып “Бер күрешеү - үҙе бер ғүмер” тип аталған бай программалы концерт ҡуйғандар.
Ҡурай, гармун моңдары яңғыраған, дәртле бейеүҙәр, моңло йырҙар башҡарылған яҡуттарҙың сығыштарынан барса халыҡтың күңеле булған. Көндәрҙең һыуыҡ тороуына ҡарамаҫтан, халыҡ күп йыйылған, һәр сығыш көслө алҡыштарға күмелгән.
- Беҙҙе йылы ҡаршы алып, һәр сығышыбыҙҙы ихлас ҡабул иткәндәре өсөн яҡшымбәттәргә ҙур рәхмәт. Яҡын арала ошо концертыбыҙ менән районыбыҙҙың башҡа ауылдарына ла барырға ниәтләйбеҙ, - ти Яҡут мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Рәмзиә Әбйәлилова.
Читайте нас: