Йома көнө Мораҡта “Тере шишмәләр” тип аталған үҙешмәкәр коллективтарҙың төбәк-ара конкурсы үтте. Республикабыҙ халҡының фольклор йолаларын һаҡлауға йүнәлтелгән был сара ике йылға бер тапҡыр үткәрелә.
Быйыл төрлө район һәм ҡалаларҙан барлығы 6 балалар һәм 24 ололар үҙешмәкәр коллективтары халыҡ йолаларын күрһәтте.
Һәр сығышты ентекле ҡарап, баһа биреп ултырыусы РФ Халыҡ мәғариф отличнигы Миниһан Баһаутдинова, төбәк-ара сәсәндәр һәм мөнәжәттәр конкурсы лауреаты Минзифа Ишемғолова, республика халыҡ ижады үҙәге мөдире Айгөл Ильясова баһаланы.
Улар бер тауыштан гран-приҙы Күгәрсен районы “Веретенце” балалар фольклор ансамбленә бирҙе. Районыбыҙҙың Яҡут ауылынан “Ынйылар” халыҡ фольклор ансамбле (етәксеһе Рәмзиә Әбйәлилова) 3-сө дәрәжәләге лауреат исеменә лайыҡ булды, ә “Йәшлек” мәҙәниәт һарайының “Сударушки” ансамбле (етәксеһе Анастасия Будилова) элекке етәксеһе Ираида Кувайцева сценарийы буйынса сығыш яһап һәм Күмертауҙың К. Арыҫланов исемендәге халыҡ фольклор ансамбле (етәксеһе Ринат Хәйбуллин) 1-се дәрәжәләге дипломант булдылар.