Все новости
Мәҙәниәт
5 Марта 2019, 13:52

Исем һорап илай

Ауылыбыҙҙа халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары йәшәй. Туй йолалары, Һуғым ашы, Ҡаҙ өмәһе …

Ауылыбыҙҙа халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары йәшәй. Туй йолалары, Һуғым ашы, Ҡаҙ өмәһе …

Исем кеше тормошонда мөһим роль уйнай. Кеше исемде матурлай тиһәләр ҙә, атай-әсәй балаһына матур, мәғәнәле исем һайларға ынтыла. Мәҙәниәт йортонда «Бәпескә исем ҡушыу» йолаһы сәхнәләштерелде. Класташым Фәһимә Абдулла ҡыҙы - Кендек инәйе, Рушат Иҙрисов - йәш атай, Эльвина Собханғолова – йәш әсәй образдарын тулыһынса асып бирҙеләр. Мәҙәниәт йорто етәксеһе Вәсилә Мазһар ҡыҙы Мөхәмәтшина ауыл сәхнәһенә Аллабирҙенең йәшен-ҡартын сығарып, һәммәһенең һәләтен, оҫталығын асыуға иреште. Афарин, уҡыусым - Вәсилә! Мәктәптә уҡыған саҡтарында ла оҫта шиғыр һөйләүе, әҙәби әҫәрҙәр уҡыуы менән айырыла ине.

Сәхнәгә сәңгелдәк эленгән. Йәш баланы сәңгелдәктә йоҡлатыу мотлаҡ. Эйе, сабый сәңгелдәктә үҙен тыныс, сабыр тота. Беҙҙең беренсе улыбыҙ тыуғас та, мәрхүм атайым ауыл эргәһендәге ағаслыҡҡа барып миләш ағасын алып ҡайтҡан һәм сәңгелдәк яһап, беҙ дауаханан ҡайтыуға әҙерләп ҡуйғайны. Миләш бишектә сабыйға күҙ тейеп бармай, бала һау-сәләмәт үҫә тигән ырым да барлығы хаҡында һөйләне әнәйем. Ул сәңгелдәктә хәҙер ейән-ейәнсәрҙәрем үҫә. Үкенескә ҡаршы, атайым менән әнәйем генә күрмәйҙәр...

Балаға исемде ҡырҡ көнгә тиклем ҡушырға кәрәк, исем һорап илай, тиҙәр ололар. Салауат мырҙамдың беренсе улы тыуғас, атайым менән әнәйем дауаханаға, һурпа һәм тәмлекәстәр бешереп, Сәмәрә киленебеҙҙең хәлен белергә барҙылар һәм шунда уҡ ейәнем Юлай була, тип табиптарға һөйләп тә ҡайттылар. Атайымдың: «Урыҫтар ҙа Салауат Юлаевты белә икән, исеме Юлай буласаҡ тигәйнем Салауат Юлаев, тип ҡысҡырып кереп киттеләр», - тип һоҡланып ултырғаны һаман иҫебеҙҙә. Улдарының иң беренсе балаһына исемде ҡартатай менән ҡәрсәй ҡуша, тип аңлатты атайым.

Исем ҡушыуҙан алда баланы һыу индереп алалар. Баланы йыуындырыуҙың да үҙ тәртибе бар. Буласаҡ әсәй - атайҙар был өлөштө лә иғтибар менән ҡарап ултырҙылар. Кендек әбейе һәр хәрәкәтен тәфсирләп һөйләп, аңлатып барҙы.

Баланы аҡ биләүгә биләп аҡ мендәргә һалалар һәм мулла - ауыл мәктәбе уҡытыусыһы Тәлғәт Әҡсән улы Мөхәмәтйәнов исем ҡуша. Исемде ир кеше ҡушырға тейеш икәнлеге хаҡында ла сәхнәләгеләр оҫта ғына итеп тамашасыға еткерҙеләр. Мәҙәниәт йорто һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәре шулай итеп башҡорт халҡының йолаларын онотмаҫҡа, пропагандалауға тос өлөш индерә.
Читайте нас: