Все новости
Мәҙәниәт
5 Марта 2019, 13:14

Яҡшымбәт башланы

Театр йылы күңелдәргә йылы бөркөр! Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин 2019- сы йылды Рәсәйҙә “Театр йылы” тип иғлан итте. Был йылды бар Рәсәй, Башҡортостан Республикаһы халҡы менән бергә, Көйөргәҙе районы ла шатланып ҡаршы алды.

Театр йылы күңелдәргә йылы бөркөр! Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин 2019- сы йылды Рәсәйҙә “Театр йылы” тип иғлан итте. Был йылды бар Рәсәй, Башҡортостан Республикаһы халҡы менән бергә, Көйөргәҙе районы ла шатланып ҡаршы алды.

Көйөргәҙе районында Театр йылы 28 февралдә Яҡшымбәт ауылы биләмәһе башлығы Юнир Сынбулатовҡа, мәҙәниәт йорто мөдире Фидан Булатовҡа штандарт тапшырыу менән асылып китте. Байрам менән ҡотларға Ҡазан дәүләт сәнғәт һәм мәҙәниәт университеты сығарылышы белгесе, театр режиссеры, “Йәшлек” мәҙәниәт һарайы белгесе Рәмзил Ниғмәтуллин да килде. Штандартты ҡабул итеп, Яҡшымбәт мәҙәниәт йортоноң “Көйөргәҙе” Халыҡ театры коллективы (етәкселәре Фидан Булатов, Гөлшат Хәйбуллина) районыбыҙҙа Театр йылына арналған район үҙешмәкәр театрҙарының “Театр тулҡыны” фестиваль-марафонын асып ебәрҙе. Ибраһим Абдуллиндың “Айһылыуҙың айлы кистәре” спектакле тамашасылар күңеленә бик хуш килде, тулҡынланыуҙарға, уйланыуҙарға һалды. Тарихҡа ҡайтҡанда, Көйөргәҙе районында йыл һайын “Театр яҙы” үҙешмәкәр артистарының конкурсы үткәрелеп килде. 22 йыл үткәрелеп килгән конкурстарҙа, беҙҙең бик күп үҙешмәкәр артистарыбыҙ лауреат булдылар, улар менән бергә халҡыбыҙ иланы ла, ҡыуанды ла. Шуныһы шатлыҡлы, хәҙер районыбыҙҙа ике Халыҡ театры бар. “Көйөргәҙе” Яҡшымбәт ауылы Халыҡ театрын Гөлфиә Исхаҡова ойошторһа, уның эшен бөгөн йәш быуын вәкиле Фидан Булатов дауам итә. Ә үткән йыл Илкәнәй ауылы “Умырзая” театры (етәксеһе Рина Әхтәмова) Республика “Дуҫлыҡ гөлләмәһе“ фестивалендә “Халыҡ театры” исемен яҡланы! Ошондай тырыш, уңған, маҡсатҡа ирешә белгән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәребеҙ, үҙешмәкәр артистарыбыҙ, халҡыбыҙ барҙа “Театр тулҡыны” тамашасыларыбыҙҙы шатландырып йыл әйләнәһенә тулҡындарҙа тирбәлдерер.

Афарин, театр һөйөүселәр! Беҙҙе алда, районыбыҙҙа ҙур һәм тантаналы саралар көтә!
Читайте нас: